газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2020, 16:25

Ғүмерлек үкенес булмаһын

Ғәлиә апай төндә тәненең һыҙланыуынан түҙә алмай уянып китте. Ошо ауыртыныуҙары һуңғы йылдарҙа йыш ҡына төнгө йоҡоларын бүлә уның. Былай булғас бөттө инде хәҙер, борғалып, башы төрлө уйҙар менән буталып таң аттырасаҡ. Бигерәк тә ошо һыҙланыуҙарының сәбәбе иҫенә төшһә, бөтә ғүмере күҙ алдынан үтеп, күҙҙәре сыланмайынса үтеп китмәй.

Ғәлиә апай төндә тәненең һыҙланыуынан түҙә алмай уянып китте. Ошо ауыртыныуҙары һуңғы йылдарҙа йыш ҡына төнгө йоҡоларын бүлә уның. Былай булғас бөттө инде хәҙер, борғалып, башы төрлө уйҙар менән буталып таң аттырасаҡ. Бигерәк тә ошо һыҙланыуҙарының сәбәбе иҫенә төшһә, бөтә ғүмере күҙ алдынан үтеп, күҙҙәре сыланмайынса үтеп китмәй.
Әсәһе уны йәшләй генә һоратып килгән егеткә кейәүгә бирҙе лә ҡуйҙы. Уҫал әсәһенә ҡаршы торалманы ул. Уныһы ла үкенесле булмаҫ ине, әгәр матур йәшәһәләр. Юҡ шул, ире теләһә кемгә көнләшеп, булмағанға ҡушып, йәберләп кенә торҙо. Ә эсеп алһа, ҡулы ҡысыны, бер ниндәй ҙә йәлләү тойғоһо кисермәй, бер сәбәпһеҙҙән туҡмар ҙа ташлар булды. Күпме айырылышырға уҡталып ҡуйҙы, әммә биш бала менән ҡайҙа барып баш терергә белмәй, тағы туҡтап ҡалды. Шулай йылдар артынан йылдар үтеп, 30 йылдан ашыу ғүмерҙәре үтеп тә киткән. Бер ҡараһаң, бөтөнләй насар ҙа кеше кеүек түгел хәләл ефете, эшкә уңған, аҡса эшләй, ғаиләһенә алып ҡайта, йортон да һалды, мал-тыуарын да ҡарай, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк тип тырыша. Кеше араһында һөйөүен дә белгертеп торған кеүек, тик шул ҡайһы берҙә көнләшеү, йәберләү, ҡул күтәреүе уның тәнендә генә түгел, күңеленә лә оло яра һалған.
Был донъяға ҡатын-ҡыҙҙар гүзәл зат булараҡ, һөйөү, яратыу өсөн яралтылһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға ҡарата көс ҡулланыуға, йәберләүгә лә урын бар. Рәсәйҙә меңәрләгән ҡатындар ирҙәре йәки яҡындарынан яфа күреп ғүмер кисерә, ә күпмеләр вафат була. Миҫалдар артынан алыҫ йөрөргә лә түгел, әленән-әле ирҙәре ҡулынан ҡыйылған гүзәл зат ғүмерҙәре хаҡында ишетеп торабыҙ. Күптәр яҡындары, таныштары араһында ла көслө заттарҙың яуызлыҡтарына түҙеп йәшәүҙәренә зарланыуҙар ишетергә тура килә.
Түҙмәһендәр һуң, айырылышһындар, тиер бәғзеләр. Белгестәр ҙә йәберләүҙәргә түҙеп йәшәмәҫкә кәңәш бирә. Айырылышырға ҡарар итеү ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡыйыу аҙым, сөнки күп осраҡта уны билдәһеҙлек көтә, ул балаларын етәкләгән көйө проблемалар менән бер яңғыҙы тороп ҡала. Эйе, эре ҡалаларҙа махсус медицина-реабилитациялау үҙәктәре бар, унда ҡатын-ҡыҙҙарға балалары менән ваҡытлыса йәшәп торорға була. Әммә был ғына ҡатын-ҡыҙҙың артабанғы яҙмышын хәл итә аламы икән.
Ғаилә, конкүреш шарттарында ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуға ҡаршы закон проекты әҙерләү буйынса күп тапҡырҙар һорау күтәрелһә лә, үкенескә ҡаршы, был закон әлегәсә ҡабул ителмәй килә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәүефһеҙлеген законлы яҡлау буйынса әҙерләнгән закон проектына ҡаршы килеүселәр ғаилә конфликтына ҡыҫылмау яҡлы, йәнәһе лә, ир менән ҡатын талаша ла, яраша, полицияға биргән ғаризаларын да кире аласаҡ. Әммә был һорауҙа бер ҡатынға ғына түгел, балаларға ла хәүеф менән янауын иҫтән сығарырға ярамай.
Берләшкән милләттәр ойошмаһы 25 ноябрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыу менән көрәш көнө тип иғлан иткән. Ысынлап та проблема көнүҙәк. Ғөмүмән, бер яҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлаусы закон кәрәк булһа, икенсе яҡтан, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата ҡарашты үҙгәртеү зарур. Ҡатын-ҡыҙ – ул гүзәл зат, ауыр мәлдәрҙә лә ярҙам итергә, шатлыҡтарҙы бүлешер иң яҡын, балаларыңа ғүмер биргән ғәзиз кешең, ул һөйөүгә һәм ихтирамға лайыҡ – шуны аңлау мөһим. Гүзәл заттарға бер ваҡытта ла үҙ-үҙенә ышанысты юғалтмаҫҡа, кемдәндер кәмһетелеп йәшәү өсөн түгел, ә был тормоштоң бөтә матурлығын тойоп йәшәү өсөн донъяға килеүен онотмаҫҡа кәрәк.
Читайте нас: