газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2020, 11:10

Яҡты подъездарҙа кәйеф тә шәп

Республикала «Күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау» программаһы уңышлы бойомға ашырыла. Беҙҙең ҡалала ла был йәһәттән ҙур эш башҡарыла - күп подъездар төҙөкләндерелә.

Яңыраҡ депутаттар, идара итеүсе компаниялар, подряд ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығындағы комиссия Еңеүҙең 30 йыллығы ура-мындағы 19-сы, 20-се йорттарҙағы һәм Космонавтар бульварындағы 38-се йорттағы подъездарҙа ремонт барышын ҡараны. Башҡарылған эштәр менән 8-се торлаҡ идара-лығы инженеры Антон Калинин таныштырҙы:
- Подъездарҙағы капиталь ремонттың 90 проценты республика, 10 проценты муниципаль бюджеттан финанслана. Программаға ярашлы, стеналар тигеҙләнеп, буялды, электр, телефон сымдары махсус ҡаптарға һалынды, баҫҡыс яндауырҙары буялды, тәҙрәләр, почта йәшниктәре алыштырылды. Беренсе ҡатта һәм тамбурҙа плиткалар түшәлде. Булған ваҡ етешһеҙлектәр подряд ойошмаһына еткерелде һәм улар тиҙ арала бөтөрөлдө. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, башҡарылған эштәргә биш йыл гарантия бирелә, йәки илке-һалҡы ғына ремонтты тамамлап, подряд ойошмаһы яуаплылыҡтан ҡотола алмай, - ти Антон Владимирович.
Дөйөм алғанда, был йорттарҙа йәшәүселәр ремонттан ҡәнәғәт. Төҫтәрҙе үҙҙәре һайлаған, эш барышын да ҡыҙыҡһынып күҙәткән. Үҙгәрештәр кәйефте күтәрә, ти улар. Әммә дәғүәләр ҙә юҡ түгел. Әйтәйек, ҡайһы берәүҙәр эшселәр үҙҙәре артынан сүп-сар ҡалдыра, йыйыштырмайҙар, ти, кемдәргәлер әле һаман почта йәшниктәренән асҡыстар таратылмаған, баҫҡыстарҙа һыланып бөтмәгән урындар ҙа борсой күптәрҙе. Космонавтар бульварының 38-се йортондағы подъездарҙың береһендә йәшәүселәр тышҡы ишекте ныҡлап ябылып бөтмәүенә зарлана. Шундай матур ремонт эшләнеләр. Насар ишек гел асыҡ тора тиерлек. Кем етте, шулар кереп йөрөй. Айырыуса үҫмерҙәр йыш йыйыла. Артабан да ошолай дауам итһә, капиталь ремонттың эҙе лә ҡалмаҫ, тип борсола улар. Тышҡы ишекте алыштырыу программала ҡаралмаған. Идарасы компания был мәсьәләне яҡын арала хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
- Ваҡ-төйәк етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алмағанда, планлаштырылған эштәр яҡшы башҡарылған, тип әйтергә мөмкин. Хәҙер, иң мөһиме, был матурлыҡты һаҡлау, ҡурсалау. Тыуған ҡалабыҙҙың киләсәге, үҫеше үҙебеҙҙең ҡулда, - ти «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаты Сергей Данилов.
Уның һүҙҙәрен 9-сы йорт ида-ралығы баш инженеры, ҡала Советы депутаты Оксана Редькина ла хуплай.
- Был программа милекселәр өсөн ҙур ярҙам булып тора. Идарасы компанияның эштәр барышын контролдә тотоуы асыҡ күренә. Ҡала халҡына ла мөрәжәғәт иткем килә, йәшәгән йортоғоҙға, подъезығыҙға ҡарата битараф ҡалмағыҙ. Ҙур булмаған етешһеҙлектәр бар, әлбиттә, күберәге 19-сы йорт буйынса, улар яҡын арала бөтөрөләсәк. 38-се йортта эштәр еренә еткереп башҡарылған, - тине Оксана Вячеславовна.
Читайте нас: