- Балалар музыка мәктә-бе ҡалала йәшәүселәр менән берлектә «Фортуна» террито-риаль йәмәғәт үҙидаралығын төҙөнө һәм республикала тор-мошҡа ашырылған урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡат-нашырға ҡарар итте. Быға тиклем дә ҡатнаштыҡ һәм учреждениеның барлыҡ 50 тәҙрә блоктарын алыштыра алдыҡ, фасадын ремонтлауға ирештек. Беҙ тағы ла үҙебеҙҙең «Балалар музыка мәктәбендә инновациялар һәм традициялар» проекты менән ҡатнашып, балаларға музыкаль белем алыу өсөн кәрәкле йыһаздар алырға ниәт итәбеҙ, - тип һөйләй музыка мәктәбенең директоры Дилә Хафизова.
Мәктәптә теория класын интерактив таҡта, проектор, ноутбук менән тәьмин итеү һәм фортепиано алыу күҙаллана.
- Балаларҙың яңы музыка ҡоралдарында уйнауы уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә, илһамландырыуға булышлыҡ итә, конкурстарҙа ла яҡшыраҡ сығыш яһап, юғары күрһәткестәргә ирешәләр, - ти мәктәп директоры. - Ата-әсәләргә, бағымсыларға башланғысыбыҙҙы хуплан тороуҙары өсөн рәхмәт.
Балаһы музыка мәктәбендә шөғөлләнеүсе атай кеше Азат Садиҡов уҡыусыларға уңайлы шарттар булдырыу өсөн ошондай программаның эшләүенә шат.
- Беҙ музыка мәктәбенә ремонт яһалыуына шаһитбыҙ. Шулай булғас балаларыбыҙҙың музыкаль белем алыуы өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға ярҙам итеүсе башланғысты хупларға тейеш. Музыка мәктәбе кон-курста еңеп сығыр һәм ярҙам алыр, тип ышанабыҙ, - ти ул.
Был проект төрлө кимәл-дәге, республика, урындағы бюджеттарҙан финанслауҙы, халыҡтың һәм бағымсыларҙың ярҙамын күҙ уңында тота. Шулай уҡ балалар ҙа һүрәттәр, шиғырҙар конкурсында актив ҡатнаша, флешмобтар уҙғара. Музыка мәтәбендә шөғөлләнеүсе балалар театр-лаштырылған тамаша күр-һәтте. Әкиәт персонажы Бура-тино балаларҙың иҫке музыка ҡоралдарында уйнауын күреп, заманса йыһаздар булыуы хаҡында һөйләне. Балалар күмәкләшеп уларҙың да шундай уҡ ҡораллы булыуҙары тураһында белдерҙе. Шулай итеп уларҙың, педагогтарҙың һәм ата-әсәләрҙең хыялдары-ның Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программа-һы ярҙамында тормошҡа ашыуына ышаныс бар.