Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 14:36

Салауатҡа байрам төҫө инә

Яңы йылға ла оҙаҡ ваҡыт ҡалманы. Уның яҡынлашыуын ҡаланың байрам төҫ ала башлауы ла иҫкәртә. Бигерәк тә ҡала хакимиәте алдындағы майҙанда пикселле шыршының йыйылыуы күптәрҙә ыңғай тәьҫораттар уятты.

Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов социаль селтәрҙәре үҙенең сәхифәләрендә был еңел булмаған ваҡытта салауаттар һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн шундай әһәмиәтле байрам кәйефе булдырыу буйынса пландары менән бүлеште.
Ленин исемендәге майҙанда 18 метр бейеклектәге пикселле шыршы тәүгә былтыр ҡуйылғайны. Уны салауаттар бик оҡшатты. Быйыл да сағыу “һылыуҡай” үҙ урынын алды. Уны ошо көндәрҙә ҡороп бөтөп, эшләтеп тә ҡаранылар.
Тағы ла бер шыршы “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге алдында урын аласаҡ.
Шулай уҡ ике майҙанда ла боҙ ҡаласыҡтары төҙөләсәк. Унда ғәҙәти булмаған фигуралар, конструкциялар һәм таусыҡтар яһалып ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, ҡала урамдарын байрамса яҡтыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырыу ҡаралған.
Салауаттарҙы һырғалаҡтар ҙа шатландырасаҡ. “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы янындағы майҙанда рәхәтләнеп конькиҙа шыуыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Ҡала хакимиәте башлығы белдереүенсә, идара итеүсе компаниялар ҙа үҙ биләмәләрендәге ихаталарҙа һырғалаҡтар, хоккей корттарын төҙөү бурысын ала.
- Шулай яйлап ҡала байрам кәйефе менән тулырға, кешеләрҙең күңелдәренә изгелеккә ышаныс ҡунырға тейеш. Минеңсә, күптәр өсөн был мөһимдер, - тип яҙҙы Игорь Миронов.
Читайте нас: