газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 14:05

Әсәйҙәрҙең оло йөрәгенә Изгелектең һыйған барыһы ла!

“Салауат” гәзите Әсә көнөнә арнап социаль селтәрҙәрҙә «Айҙан, ҡояштан ҡәҙерле, әсәй миңә һин генә» тип исемләнгән фотоконкурс иғлан иткәйне.

Аҙна дауамында балалар үҙҙәренең иң изге кешеһе - әсәләре тураһында яҙып, фотолар ебәрҙе, тауыш биреү иғлан ителгәс “лайк”тар йыйҙы. Ниһайәт, еңеүсенең исеме билдәле булды. Иң күп «лайк»ты Рузалина Мөлкәмәнова әсәһе Гөлназ һәм ағаһы Илназ менән төшкән фото йыйҙы.
Бына нимә ти ҡыҙ әсәһе тураһында:
- Әсәйемдең исеме Гөлназ. Беҙ ғаиләлә өс бала: ағайым Ильназ 3-сө класта уҡый, мин 1-селә, бәләкәй һеңлебеҙ Руфинаға 1 йәш тә 4 ай ғына. Ағайым менән тик яҡшы билдәләргә генә уҡыйбыҙ, мәктәптән һуң ҡәҙерлебеҙгә ярҙамлашабыҙ. Әсәйебеҙ ҡул эштәренә бик оҫта, бисерҙан төрлө-төрлө ағастар, сәскәләр эшләй, бәйләм менән дә булырға ярата. Аш-һыу яғынан да бик уңған, төрлө тәмлекәстәр бешерә, беҙ ҙә уға булышабыҙ. Бешергән аштары шул тиклем тәмле, ашап туйғыһыҙ, ә пирог-бәлештәре, сәк-сәк, бауырһаҡтары телеңде йоторлоҡ. Исеме Гөлназ булғанғамы, бик тә гөлдәр үҫтерергә ярата, ундай кешегә “Ҡулынан гөлдәр тама”, тиҙәр. Әсәйебеҙгә киләсәктә лә шулай алсаҡ йөҙлө, мөләйем, шат күңелле булып ҡалыуын теләйбеҙ. Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы ул. Тормош йәмле тик һин булғанға, әсәй!
Гөлназ Мөлкәмәнова тыумышы менән Ғафури районынан. Ул ғаиләһе менән бик бәхетле булыуын билдәләй:
- Әсә булыу - оло бәхет. Балалы йорт- нурлы йорт. Тормош иптәшем Ринат Рәмил улы менән икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләнән. Татыу ғаиләбеҙҙә мөхәббәт емештәребеҙ булып өс бала үҫә. Әлеге көндә иптәшем торлаҡ-файҙаланыу идаралығында эшләп йөрөй, мин декрет ялындамын. Эштән ни тиклем генә арып-талып ҡайтма, сабыйҙарың килеп ҡосаҡлап, үҙҙәренең мәктәптәге, балалар баҡсаһындағы кисерештәрен, уңыштарын һөйләһә, тормоштоң бар ығы-зығыһы онотола! Ошо иң ҙур бүләк түгелме ни!? Бәхетле ҡатын-әсә иткәне өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен. Ҡатындарҙың бөтә матурлығы, сибәрлеге әсә булыуҙа. Форсаттан файҙаланып, мине ошо яҡты донъяларға килтереп, ғүмер бүләк иткән үҙемдең әсәйҽм Фәниә Мөхәмәт ҡыҙына оло рәхмәтемде еткерәм, байрам менән ҡотлайым. Беҙ ҡунаҡҡа ҡайтҡан һайын атайым Ришат Айҙар улы менән бергә ҡаршы алалар, мунса яғып, йылы икмәк, тәмле аштары менән һыйлайҙар. Әле лә иркәләп, наҙлап, "йомшағым" тип һағынып көтөп алалар, оҙатып ҡалалар. Ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа ике ҡанатлы, ата-әсәле булып үҫһен ине, - ти Гөлназ Ришат ҡыҙы.
Читайте нас: