газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2020, 12:40

Врачтарға рәхмәт йөҙөнән - бал

COVID-19 пандемияһы башланыу менән кеше һаулығында тороусы врачтар көсөргәнешле шарттарҙа эшләүгә күсергә мәжбүр булды. Улар күп сәғәтлек сменаларҙа коронавирус йоҡторғандар араһында ауыр һәм хәүефле эште алып барырға тейеш. Медицина хеҙмәткәрҙәренең бындай хеҙмәте ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡ икәнен аңлап, ябай кешеләр уларҙы рухи яҡтан дәртләндереү сараларын күрә, уларға бағышлап йырҙар, шиғырҙар яҙа, рәхмәт белдереп видеороликтар төшөрә. Врачтарға матди яҡтан ярҙам итеүҙә ойошмалар, предприятиелар, бизнес вәкилдәре, партиялар ҙа ситтә ҡалманы.

Әлбиттә, смена менән ауырыуҙарҙы ҡарап йонсоған, оҙайлы ваҡыт өйҙәренә лә ҡайтыу форсаты теймәгән табиптарға тәмлекәстәр тапшырыу уларҙың күңелдәрен күтәреп ебәрәсәгендә шик юҡ. Шуға күрә лә ошо көндәрҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлеге тормошҡа ашыра башлаған «Врачтар тураһында хәстәрлек» акцияһы сиктәрендә, ҡалалағы ковид-госпиталгә «аҡ халатлылар» өсөн 15 литр бал, минераль һыу тапшырыу өсөн эшҡыуарлыҡ һәм партияның урындағы бүлексәһе вәкилдәре килде.
«Берҙәм Рәсәй» партия-һының Салауат ҡалаһы бүлексәһенең башҡарма секретаре Диана Серова билдәләүенсә, улар эшҡыуар-ҙарға врачтарға ярҙам итеү башланғысы менән сыҡҡан һәм йүнсел Валерий Канафьев врачтарға бал бүләк итергә ҡарар иткән. Диана Валерьевна һүҙҙәренсә, яҡын киләсәктә ковид-госпиталгә 150 һауыт шыйыҡ һабын килтереләсәк. Шулай уҡ ковид ирекмәндәрен ойоштороу планлаштырыла, улар амбулатор, йәғни өйҙә дауаланыусы кешеләргә буш-лай бирелеүсе дарыуҙарҙы алып барып тапшырыуҙа ярҙам итәсәк. Врачтарҙы бушлай өйҙәренә, өйҙәренән эшкә алып барып ҡуйырға теләүсе автоволонтерҙар ҙа бар.
- Беҙ хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Һеҙҙең тырышлыҡ арҡаһында беҙ һаубыҙ, именбеҙ. Партия һәм шәхсән үҙемдең исемдән ошо бал менән минераль һыуҙы ҡабул итегеҙ. Еңел булмаған эшегеҙҙә артабан да ярҙам итергә тырышырбыҙ, - тине Валерий Канафьев.
Эшҡыуарҙар, партия ағзалары бер тапҡыр ғына изге ғәмәл ҡылып ҡалмай, улар табиптарҙан кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итеүгә яңы йөкләмәләр ҙә ала. Госпиталдең мөдире Эльвира Собханғолова махсус кейемде кейеү өсөн маляр скотчы, тәҙрәләрҙе йылытыу өсөн материал кәрәклеге тураһында әйтте. Ҡала Советы депутаты Людмила Калинина был йәһәттән ярҙам итергә вәғәҙәләне.
- Һеҙҙең эшегеҙҙә кәрәкле әйберҙәр менән көсөбөҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тырышырбыҙ. «Аҡ халаттағы»лар ҡала халҡы араһында ауырып киткән кешеләрҙе дауалап аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтә тырышлығын һала, үҙҙәрен дә хәүеф аҫтына ҡуя. Шуға күрә нимә ҡулдан килә беҙ ярҙам итергә әҙербеҙ. Бөгөн госпиталгә, врачтарға нимә кәрәк икәнен белештек һәм оҙаҡламай шуларҙы үтәп ҡуясаҡбыҙ, - тине Людмила Владимировна.
Читайте нас: