Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2020, 12:32

Дистанцион уҡыу өсөн шундай кәрәкле гаджеттар

Республикала пандемия шарттарында дистанцион уҡыуға күскән балаларға ярҙам итеү буйынса “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” акцияһы дауам итә. Мохтаж ғаиләләрҙән уҡыусылар онлайн-форматта мәктәп программаһын уңышлы үтәй алһын өсөн планшет, ноутбук кеүек мөһим техник саралар менән тәьмин ителә. Яңыраҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының Салауат ҡалаһы бүлексәһендә ошондай ғаиләләрҙән ике балаға яңы аппараттар бүләк ителде.

“Өйҙән тороп уҡырға ярҙам ит” проекты быйыл март айында коронавирус инфекцияһының таралыуы бәйле старт алды. Төрлө ойошмалар, эшҡыуарҙар, депутаттарҙың хәйриә ярҙамы менән уҡыусылар дистанцион белем алыу өсөн мөһим булған гаджеттарға эйә була.
Ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева, шулай уҡ урындағы партия бүлексәһе вәкилдәре уҡыусыларға планшеттар тапшырып, белем алыуҙа уңыштар теләне.
- Был планшеттар һеҙгә белемде еңел һәм заманса шарттарҙа үҙләштерергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Тик бишлеләргә генә уҡығыҙ, - тине ҡала Советы депуттары.
Коронавирус таралыуын иҫәкәртеү маҡсатында 9 ноябрҙән 6-10 класс уҡыусылары дистанцион уҡыуға күсте, ә 1-5 һәм 11-се класс уҡыусылары мәктәпкә йөрөй.
- Бөгөн балалары 4-се һәм 22-се мәктәптә уҡыусы ике ғаилә “Берҙәм Рәсәй” һәм республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы берлектә тормошҡа ашырған проект сиктәрендә планшеттар алды. Техника алғас, был уҡыусылар дистанцион белем алыу режимында үҙҙәрен уңайлы тоясаҡ, белемде лә тейешле кимәлдә аласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы уҡыу йылында ла дистанцион уҡыуға күсергә мәжбүр булдыҡ, әлбиттә, уҡытыусы менән уҡыусының күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуына бер ни ҙә етмәй, шулай ҙа белем биреүҙең альтернатив ысулдарын файҙалыу тәжрибәһенә тулыһынса ҡулайлашып бөттөк, ситтән тороп уҡыу программаларын уңышлы үҙләштерҙек. 98 процентҡа онлайн-дәрестәр, электрон кейсты тормошҡа ашырабыҙ. Шуның өсөн беҙҙең балалар өсөн техника кәрәк, ихтыяж бар, 36 ғаилә компьтер, ноутбук, планшетҡа мохтаж. Был проект тап шундайҙарға ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Ярҙам алыу өсөн балаларҙы һайлағанда туғыҙынсы һәм ун беренсе класс уҡыусыларына өҫтөнлөк бирәбеҙ, сөнки уларға дәүләт имтихандарына әҙерләнергә, һынауҙарҙы уңышлы тапшырырға кәрәк, - тине мәғариф идаралығы етәксеһе Марина Вишева.
Уның һүҙҙәре буйынса, ярҙам күрһәтеү, планшеттар һәм башҡа кә-рәкле техника тапшырыу дауам итәсәк. Мәғариф министрлығына мохтаж ғаиләләрҙең исемлеге ебәрелгән. Унда ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы ғаиләләр индерелгән.
- Бындай проекттың тормошҡа ашырылыуы өсөн рәхмәт әйтке килә. Планшет алыуға тап ошо ғаилә хоҡуҡлы тип һайлағанда уның күп балалы булыуын һәм ҡыҙҙарының туғыҙынсы класта уҡыуын иҫәпкә алдыҡ. Гөлназға дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнергә кәрәк. Ул бик яуаплы ҡыҙ, яҡшы уҡый һәм планшеттың да төп тәғәйенләнеше буйынса, йәғни белем алыу өсөн ҡулланыласағын беләбеҙ, - ти 4-се мәктәптең директоры Светлана Турченкова.
- Телефоным иҫке ине, интернетҡа инеүе ауыр, шуға әсәйем мин дистанцион уҡый алһын өсөн үҙенең телефонын ҡалдырып китә торғайны. Хәҙер минең башҡалар кеүек үк онлайн дәрестәрҙә ҡатнашып, уҡытыусылар биргән бөтә материалды үҙләштереү мөмкинлеге буласаҡ. Бик шатмын, - ти планшет хужаһы Гөлназ Фалзанова.
- Шундай ярҙам алырбыҙ тип көтмәгәйнем. Был ғаиләбеҙ өсөн ҙур ярҙам, сөнки беҙ күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаилә тип иҫәпләнәбеҙ. Ҡыҙым хәҙер зум-дәрестәрҙә ҡатнашып, уҡытыусылары менән аралашып уҡый аласаҡ. Ошондай ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт, - ти туғыҙынсы класс уҡыусыһының әсәһе Клара Закир ҡыҙы.
Уның һөйләүенсә, ике бәләкәй ҡыҙы мәктәпкә йөрөй, ә Гөлназ дистанцион уҡый. Ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, әсәһенең юлын дауам итеп, медицина колледжына инергә хыяллана.
Читайте нас: