Үҙәк Диниә назараты баш мөфтөйө ярҙамсыһы Рәмил хәҙрәт Насиров сәләмләү һүҙендә университет уҡытыу-сыларының ҡалаға килеп белем биреүе тәүгә булған хәл тине.
- Был изге ғәмәл киләсәктә лә дауам итер һәм ул күптәр өсөн өлгө булыр тип уйлайбыҙ, башҡаларҙың да ихлас ҡушылырына ышанабыҙ. Уҡытыусыларҙың беҙгә килеп белем биреүенә рөхсәт иткәне өсөн университет ректоры Артур Сөләймәновҡа һәм уҡыу йортоноң бөтә коллективына рәхмәттәремде еткерәм. Ҡулығыҙға алған ҡағыҙ - ул бик мөһим документ. Был дини эшмәкәрлектең бөтөн системаһын яйға һалырға тейеш. Юғиһә, кемдән һорама, үҙен имам тип таныта. Шундай аңлашылмаусанлыҡтар, баш-баштаҡлыҡтар булмаһын өсөн кәрәк был ҡағыҙҙар, - тине Рәмил хәҙрәт.
Ҡатмарлы эпидемиологик хәлдең яҡшынан булмауына ҡарамаҫтан, Рәсәй Ислам уни-верситеты уҡытыусыһы Йософ хәҙрәт Яҡыбаев дипломдарҙы тапшырырға үҙе килгәйне.
- Ун йыл элек Рәсәй Ислам университеты нигеҙендә ҡайта-нан әҙерлек, квалификацияны күтәреү һәм өҫтәмә белем биреү факультеты асылғайны. Ни өсөн тигәндә, күп имамдар, мәзиндәр аныҡ ҡына ерҙә уҡымаған. Ә район-ҡалаларҙағы, ауылдарҙағы имамдар, хәҙ-рәттәр, мөфтөй ярҙамсылары юғары квалификациялы булырға тейеш. Беҙҙең бер нисә уҡытыу программаһы бар: 250 сәғәтлеһе, һәм 72 сәғәтлеһе Һуңғылары ҡыҫҡа ваҡытлы курстар тип атала. Уға ла тейешле документ бирелә. Һеҙгә лә кәрәкле белемдәрҙе бирергә тырыштыҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ”, тигән. Ә был донъя ифрат киң, иге-сиге булмаған даръяға тиң. Диплом алдым да, шуның менән эш бөттө тип ҡул ҡаушырып ултырырға түгел, ә даими үҫешергә, камиллашырға кәрәк, алған белемдәрегеҙҙе башҡаларға ла өйрәтегеҙ, балаларҙы ла ғилемгә өндәгеҙ. Ин ша Аллаһ, киләсәктә лә Хоҙай Тәғәләнең ярҙамы менән изге эште дауам итергә насип итһен, - тине Йософ хәҙрәт.
Ҡаланың мәсетендә быйыл бөтәһе 125 кеше белем алған. Дипломдар төркөмдәргә бүле-неп тапшырыла, шуға киләсәктә лә бындай осрашыуҙар буласаҡ.
Илшат Заһиҙуллин, “Ҡайта-нан Һөнәри әҙерлек тураһын-да”ғы диплом алыусы.
- Уҡырға мотлаҡ кәрәк. Үҙем тәүҙә өс йыл мәсеттәге мәҙрәсәлә уҡыным, һуңынан Рәсәй Ислам университетын тамамланым, бөгөн иһә ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеүемде дәлилләгән диплом алдым. Миңә ҡалһа, бындай курстарҙы биш йылға бер үткәреү кәрәктер. Ни өсөн тигәндә, хәҙер исламды боҙоп күрһәтеүселәр күбәйҙе. Улар кешене традицион ислам юлынан яҙҙыртыуы ихтимал. Традицион ислам ул - ата-бабаларыбыҙҙың дине, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдән килә. Беҙ шуны һаҡлап ҡалырға тейеш, - тине Илшат Миңлеғәли улы.
Зәкиә Фәхретдинова һәм Шәүрә Минеғәлиева ла диплом алыуҙарына бик шат.
- Ҡышын уҡ уҡыһаҡ та, пандемия арҡаһында, дип-ломдар алынмай ҡала килде. Ниһайәт, бөгөн, шул ҡыуанысты кисерәбеҙ. Беҙ ҙә, студенттар кеүек, курс, контроль эштәр яҙҙыҡ, зачеттар, имтихандар тапшырҙыҡ. Дин менән бала-саҡтан бәйләнгәнбеҙ. Ата-әсәй-ҙәребеҙ, олатай, өләсәйҙәребеҙ дин юлында булды. Ғәрәп телен өйрәнеү хыялы күптән йәшәп килһә лә, хаҡлы ялға сыҡмайынса был теләкте бойомға ашырыла алманыҡ. Хәҙер иһә ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Бөтә уҡытыусыларға ла рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, - тине улар.