Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2020, 12:37

30 йыл уңышлы үҫеш юлында

21 ноябрҙә Федераль һалым хеҙмәте үҙенең юбилейын – һалым органдары барлыҡҡа килеүҙең 30 йыллығын билдәләй. Был йылдар эсендә һалым тармағы ҙур күләмле үҙгәрештәр кисерә, бөтә ил менән бергә эҙләнеүҙәр, ҡатмарлыҡтар аша алға китеш юлын үтә. Һалым түләүселәрҙең яңы быуыны өсөн хеҙмәт тәҡдим иткән сервистар тәбиғи һәм тормоштарының айырылғыһыҙ өлөш булып тора. Бөгөн һалым хеҙмәте алдынғы технологик структураға әйләнде тип әйтергә урын бар.

Һалым хеҙмәте төрлө кимәлдәге бюджеттың тотороҡло тулылынауын тәьмин итә, бизнес менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра һәм социаль бурыстарҙы, милли проекттарҙы, дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙы гарантиялай. Кешеләрҙең именлеге һәм тормош сифаты ла ошоға бәйле.
Башҡортостан буйынса 25-се район-ара һалым инспекцияһы рес-публикала иң ҙур бүлексәләрҙең береһе. Ул 4 инспекцияны берләш-тергән берҙән-бер бүлек. 2013 йылдың 1 ғинуарынан алып инспекция төбәктең 100 муниципаль берәмеген администрациялай, был Башҡортос-тандағы дөйөм муниципаль берә-мектәр һанының 11,2 процентын тәшкил итә. 25-се район-ара инспекция ҡарамағына ике ҡала: Салауат, Күмертау; 6 район: Ишембай, Мәләүез (улар составында Ишембай һәм Мәләүез ҡалалары ла бар), Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Федоровка инә.
Бөгөнгө көнгә һалым инспекция-һында 5187 юридик берәмек, 8460 шәхси эшҡыуар һәм 530 368 физик шәхес иҫәптә тора.
Бюджетты тулыландырыу буйынса һалым хеҙмәте менән иңде-иңгә терәп ҡала һәм район хакимиәттәре эшләй. 2020 йылдың 10 айы эсендә бөтә кимәлдәге бюджеттарға йыйым 13 785 млн һум тәшкил иткән, шул иҫәптән федераль бюджетҡа - 5 076 млн һум, республика бюджетына - 6 016 млн һум, урындағы бюджетҡа - 2 693 млн һум. Бюджеттан тыш фондтарға 8 266 млн һум йыйылған, шул иҫәптән Пенсия фондына - 6 442 млн һум, Социаль страховкалау фондына - 275 млн һум, Мотлаҡ медицина страховкалау фондына - 1 548 млн һум.
Һалым органдары өсөн бюджет-тарҙың тулыланышын тәьмин итеү - яуаплы бурыс. Шуға күрә ла “фиктив”, дөрөҫлөккә тап килмәгән күрһәткес-тәрҙе файҙаланыуҙы иҫкәртеү буйынса ла ҙур эш алып барыла. 2018-2020 йылдарҙа 25-се район-ара һалым инспекцияһы 2 млрд һумдан ашыу күберәк суммаға 9 568 тап килмәү осраҡтарын асыҡлап юҡҡа сығарған.
Бөгөнгө шарттарҙа һалым түләүселәр өсөн уларҙы төп эштәренән айырмай ғына, һалым хеҙмәте менән бәйле бурыстарҙы атҡарып ҡуйыу мөмкилеге мөһим. Декларацияһыҙ хеҙмәттәшлек тәжрибәһе, “Һөнәри килемгә һалым” тигән махсус режим хаҡында айырым әйтеп үтмәй булмай. Һалымдарҙы һалым органдары иҫәпләй, үҙмәшғүлдәр һалым хеҙмәте менән тик “Минең һалым” ҡушымтаһы аша аралаша. Шулай йыл башынан алып үҙмәшғүлдәр сифатында 4126 һалым түләүсе теркәлгән.
Тормошобоҙҙоң бар тармаҡ-тарының да глобалләшеүе һәм һанлы әйләнешкә күсеүе - бөгөнгө көндөң ысынбарлығы. Хәҙер беҙҙең алда торған бурыс һалым хеҙмәтен иң юғары стандарттар буйынса ышаныслы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт күрһәтеүсе һанлы сервислы компания булыу, тиҙәр һалым инспекцияһында. Рәсәй федераль һалым хеҙмәте сайтында әлеге ваҡытта ла 60-тан ашыу интерактив сервис ғәмәлдә, шулай ҙа заманса онлайн-сервистар булдырыу дауам итә.
Хәҙер "шәхси кабинет"тар үҙәк урынды алып тора. Инспекция тарафынан физик шәхестәр өсөн "шәхси кабинет"тарҙа 200 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Яңыраҡ шәхси эшҡыуарҙар өсөн "шәхси кабинет" яңыртылған. Хәҙер йүнселдәр ҙә физик шәхестәр кеүек һалымдарын онлайн режимда түләй ала. «Һалым калькуляторы» һәм «Асыҡ бизнес» сревистары һалым түләүселәргә мәғлүмәттәрҙе үҙ аллы тикшерергә, хәүефтән һаҡланырға мөмкинлек бирә.
Һуңғы айҙарҙағы хәлдәр онлайн-сервистар, электрон документ әйләнеше һәм һалым түләүсенең ситтән тороп эш итеүгә ихтыяжы актуаль булыуын күрһәтте. Был төрҙәрҙе файҙаланғандар үҙ аллы изоляция ваҡытында документтар менән онлай-сервис аша эшләү, һалым һәм бухгалтер отчеттарын электрон-һанлы ҡултамға ҡулланып тапшырыуҙың өҫтөнлөктәрен баһалап өлгөрҙө.
Әлеге ваҡытта милек һалымдарын түләү мөһимлеге хаҡында мәғлүмәт кампанияһы йәйелдерелгән. Киң мәғлүмәт сараларында был һалым менән иҫәпләшеү ваҡыты, тәртибе һәм ваҡытында иҫәпләшмәгән осраҡта ниндәй эҙемтәләргә алып килеүе тураһында мәғлүмәт радио, телеви-дение, эре супермаркеттар, сауҙа үҙәктәре аша яңғыратыла, ваҡытлы матбуғатта баҫыла. Киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек халыҡ араһында һалым грамоталылығын арттырыу маҡсатында мәғлүмәти-аңлатыу эшен алып барыуға мөмкинлек бирә, тип белдерәләр 25-се һалым инспекцияһында. Һалым органдарына «Һалым-Сервис» учреждениеһы, суд приставтары хеҙмәте, эске эштәр органдары ҙур ярҙам күрһәтә.
Башҡортостан буйынса 25-се район-ара һалым инспекцияһы етәксеһе Гөлдәр Шәһәрйәрова байрам менән ҡотлап, хеҙмәттәштәренә ауыр хәлдәрҙә терәк булыуҙары, шикләнгән ваҡыттарҙа яҡшы кәңәш биреүҙәре, коллективтағы татыулыҡ өсөн рәхмәт белдереп, уларға эштәрендә һәм бөтә башланғыстарында уңыштар теләй. Ветерандар һәм пенсионерҙарға ла айырым рәхмәт һүҙҙәре һәм ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләктәре еткерә.
Читайте нас: