газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2020, 12:20

Мин, һин, беҙ яҙылмаһаҡ, кем уҡыр, таратыр гәзитте

Матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе – һуңғы ваҡытта иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Был кире күренеш милли гәзит-журналдарға, шул иҫәптән баҡорт баҫмаларына ла ҡағылмай ҡалманы. Уларҙы һаҡлап ҡалыу төп бурыстарҙың береһе.“Салауат” гәзитенә даими яҙылыусы 53-сө балалар баҡсаһы ҡалабыҙҙағы милләттәштәребеҙгә өлгө булып тора

“Салауат” гәзите ҡалабыҙҙа дәүләт башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер баҫма. Ул ҡала, Башҡортостан, ил ваҡиғаларын, яңылыҡтарын ваҡытында тулы күләмдә еткерергә, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр баҫырға, төрлө проблемаларҙы күтәреп сығырға, уҡыусыларына һәйбәт ял сәғәттәре бүләк итергә тырыша. Беҙҙең үҙебеҙҙең даими яҙылыусыларыбыҙ ҙа бар, улар хаҡтарҙың артыуына һәм башҡа ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, гәзитебеҙгә тоғролоҡ һаҡлай, баҫмабыҙға һәр ваҡыт яҙылып килә. Шулай ҙа милли матбуғатыбыҙҙың тиражы кәмей һәм “Салауат” гәзитен һаҡлап ҡалыу һәр беребеҙҙең яҙылыуынан тора. Матбуғат – ул халҡыбыҙҙың рухи именлеге, йәшәйеше, киләсәге икәнен аңлап, баҫмаға ярҙамды һәр ҡайһыбыҙ үҙенән башлаһа ине. Бигерәк тә республикала быйылғы йылдың Башҡорт теле тип иғлан ителеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен уҡытыуҙы, өйрәнеүҙе өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе итеп билдәләгәндә, башҡорт телендә сыҡҡан гәзитте йәмғиәттә, предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, учреждениеларҙа популярлаштырыу, яҙҙырыу һәм таратыу мөһим. Сөнки “Салауат” гәзите шулай уҡ башҡорт телен һаҡлауҙы, үҫтереүҙе, киләсәк быуынға туған телебеҙҙе еткереүҙе күҙ уңында тотоп эшләй. “Салауат” гәзите хеҙмәткәрҙәре телем, илем, милләтем тип янған кешеләрҙең ярҙамына ышана, милли баҫмаға үҙҙәре яҙылып, яҡындарын, туғандарын өндәп, тиражыбыҙҙы арттырыуға өлгәшә алырбыҙ тип өмөт итәбеҙ. Берҙәмлектә – көс, тиҙәр. Милли матбуғат, “Салауат” гәзитенең яҙмышы хәл ителгәндә, ошо берҙәмлекте күрһәтергә кәрәк, шул саҡта ғына башҡорт телендә сыҡҡан гәзитебеҙҙе һаҡлап ҡала алырбыҙ.
"Салауат" гәзитенә яҙылыу хаҡтары:
- курьер килтереүе - 738 һум;
- альтернатив, йәғни редакциянан үҙең килеп алыу - 510 һум;
- электрон яҙылыу - 564 һум.
Республика матбуғат йортонда нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы РБСМИ сайты аша ла яҙҙырырға мөмкин.
Читайте нас: