Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2020, 15:18

Иҫке балалар баҡсаһына - яңы һулыш

Ҡалала ике айҙан өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн йәсле асыу планлаштырылыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Тиҙҙән 36-сы балалар баҡсаһының 178 урынға иҫәпләнгән икенсе корпусы капиталь ремонттан һуң сафҡа инәсәк.

Ремонт август айында уҡ башланғайны һәм ошо ваҡыт эсендә апаруҡ эш башҡарылған.
- Ҡала хакимиәте башлығы алдыбыҙға аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Был объекттың мөһим икәнлеген аңлайбыҙ һәм ремонтты тиҙ һәм сифатлы итеп башҡарырға тырышабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, иҫке бинаны заманса талаптарға яраҡлаштырып ҡабаттан тергеҙеүгә ҡарағанда яңыһын төҙөү уңайлыраҡ, - тип һөйләй «Синергия» йәмғиәте директоры урынбаҫары Рәмил Әхмәтйәнов.
Был ҡаланың үҙәгендәге берҙән-бер йәсле, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Сөнки башҡалары ҡаланың иҫке өлөшөндә урынлашҡан. Унда барып етеүе, айырыуса ҡышын, үҙе бер проблема булып тора.
- Был балалар баҡсаһына иң кескәйҙәр киләсәк, шуға хәүефһеҙ-леккә айырыуса иғтибар бүләбеҙ, материалдарҙың, ҡорамалдарҙың сифатлыларын ғына ҡулланабыҙ. Әйтәйек, махсус радиаторҙар мөйөшһөҙ, тәҙрәләр хәүефһеҙ, уларҙың биге бар. Тышҡы биләмәгә махсус япма ябылған, - тип һүҙен дауам итә Рәмил Шамил улы.
Балалар баҡсаһын ҡайтанан терге-ҙеү 72 миллион һумға барып баҫасаҡ.
- Бинаның фасады ремонтлана, ҡыйыҡ капиталь эшләнелә, һыу, электр менән тәьмин итеү коммуни-кациялары, канализация, йылылыҡ системаһы алыштырыла. Шулай уҡ янғын һәм һаҡ сигнализацияһын, видеокүҙәтеү ҡоролмаһын ҡуйыу, урамды яҡтыртыу планлаштырыла, яңы ҡойма ҡуйыласаҡ. Балалар баҡсаһы биләмәһендә һәр төркөмгә айырым майҙансыҡ беркетелгән. Балалар ҡорамалдары тышта ла, эстә лә ҡуйыла, - ти мәғариф идаралығының хужалыҡ-файҙаланыу хеҙмәте начальнигы Илшат Канюков.
Эштәр барышын мәғариф ида-ралығы, төҙөлөш буйынса технадзор даими контролдә тота, «Һыу каналы», «Электр селтәрҙәре», БашРТС предприятиелары вәкилдәре лә ситтә ҡалмай. Декабрь башына тиклем төп эштәрҙе тамамлау планлаштырыла, тимәк, тиҙҙән бында кескәйҙәрҙең шат тауышы яңғыраясаҡ.
Балалар баҡсаһы мөдире Вера Чугунникова ла бында төп кеше.
- Бәләкәстәр өсөн һәр нәмә ентек-ләп уйланылған: йылы иҙән, үҫеш өсөн юғары сифатлы уйынсыҡтар, ашатыу өсөн махсус өҫтәлдәр, манеждар һ.б. Балаларҙың сәләмәтлегенә ҡурҡыныс янамаһын өсөн ҡабул итеү, процедура бүлмәһе, изоляторы булған медицина кабинеты эшләйәсәк. Хатта психолог кабинеты ла булдырыла. Тәрбиәләнеүселәр бындай уңайлы шарттарҙа балалар баҡсаһына еңел яраҡлашыр, тип уйлайбыҙ. Белгестәр-ҙең штаты ла төҙөлөп бөткән тиерлек.
Рәшит Ғималов:
- Ҡатыным менән күрше йортта күптәндән йәшәйбеҙ. Ташландыҡ хәлдәге бина бигерәк йәл ине. Эштәр башланғас, ышанмайыраҡ та торҙоҡ. Тиҙ арала биләмә тәртипкә килтерелде. Бында йәсле асыласағын ишетеп бик ҡыуандыҡ. Беҙҙең йортта сабыйҙар күп. Уларҙың ата-әсәләре ремонттан һуң балалар баҡсаһы ишектәренең асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәләрҙер, тип уйлайым.
Читайте нас: