Зиләрә Рафиҡова Шаран районының Бурһыҡ ауылында тыуған. Тыйнаҡ ҡыҙ кес кенә сағынан барса туғандарының һөйөү-наҙына төрөнөп, ата-әсәһенең яратыуына туйынып үҫә. Шулай ҙа Зиләрә ханым бала сағын иҫләп, үҙенең тиҫтерҙәре кеүек үк йәштән үк эш менән тәрбиәләнеүе хаҡында һөйләй.
- Беҙҙең ауылда маслозавод бар ине, атайым шунда ҡарауылда торҙо, апайҙарым төрлө эштәр башҡарҙы. Минең дә бала сағым күберәк шул заводта үтте. Унда төрлө ауылдарҙан иртә менән һөт килтерәләр ҙә, унан ҡаймаҡ, сыр, эремсек яһайҙар, май бешәләр. Беҙгә лә көсөбөҙ еткән эштәрҙе ҡушалар. Ә инде май айыра торған ергә буйы менән киҫелгән икмәк телемдәрен алып инеп, бармаҡ ҡалынлығы май яҡтырып сыға инек тә, теҙелешеп ултырып уны һуғып ҡуя инек, - тип хәтирәләргә бирелә Зиләрә Рафиҡова.
Ҡыҙ башланғыс белемде үҙенең тыуған ауылында алһа, бишенсенән унынсы класҡа тиклем күрше Ерекле ауылында уҡый.
- Үҫмер һәм йәшлек йылдарым матур заманаға тура килде. Барыбыҙ ҙа тәртипле, эш һөйөүсән булып буй еттек. Колхозға ла ярҙам иттек, ололарҙы ла шефлыҡҡа алдыҡ, уларға һыу килтерешәбеҙ, иҙән йыуабыҙ һәм башҡа ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарҙыҡ, - ти Зиләрә апай.
1970 йылда мәктәпте тамамлаған йәш ҡыҙ һатыусылар курсы-на инә. Туймазы районының Туҡмаҡ-Каран ауылында хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Шунда эшләгәндә буласаҡ тормош иптәше Фәйрүз ағайҙы осрата һәм уның менән ғаилә лә ҡороп ебәрәләр. Етмеш өсөнсө йылда яҙмыш йәш ғаиләне Салауат яҡтарына ташлай, ун айлыҡ баланы күтәреп улар ҡалаға килеп төпләнә.
- Бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар беҙҙең тормош арбаһын емерә алманы, киреһенсә, беҙҙең ғаиләне ныҡлы итте. Юлыбыҙҙа гел яҡшы кешеләр генә осраны, дуҫ-иштәребеҙ рәхим-шәфҡәтле булды. Бик матур, татыу донъя көттөк, - ти Зиләрә Рафиҡова.
Ул хеҙмәт юлын сауҙа тармағы менән бәйләй. Директорҙары тырыш ҡыҙҙы яҡын күрә, үҙәк базала склад мөдире булып эшләгән Зиләрә апай үҙе лә етәкселек йөҙөнә ҡыҙыулыҡ килтермәй. Һәр ваҡыт коллективта уртаҡ тел табып, эшен еренә еткереп атҡара. Әммә донъялар үҙгәреп киткәс, сауҙа ойошмаһы тарҡала, хеҙмәткәрҙәр ҡыҫҡартыла. Утыҙ йыл намыҫ менән эшләгән кешеләр хеҙмәт ветераны исеме лә ала алмай, хаҡлы ялға китә. Зиләрә апайҙың тормош иптәше Фәйрүз ағай “Махсус автохужалыҡ” ойошмаһында 45 йыл буйына эшләй. Улар икеһе лә ғүмерҙәрен йәш саҡта һайлаған эштәренә тоғро ҡалып, хаҡлы пенсияға киткәнсе бер тармаҡҡа хеҙмәт итә. Рафиҡовтар ике ул тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре уңыштары менән шатландырып тора. Зиләрә апай менән Фәйрүз ағайҙың иңде-иңгә терәк донъя көтөүҙәрәнә лә киләһе йылда илле йыл тула икән.
- Ғүмерем буйына эш менән ижад бергә булды. Көндөҙ эшләп ҡайтам да, төндәрен ҡәләм тотам. 1989 йылдан алып әлеге көнгә тиклем шиғырҙарым төрлө баҫмаларҙа донъя күреп килә. Салауат ҡалаһында “Сатҡылар” ижади берекмәһе эшләй башлағас, байтаҡ ҡына авторҙар менән берлектәге йыйынтыҡтарыбыҙ сыҡты. Үҙемдең дә ике китабым баҫылды: “Киске симфония” һәм “Сәстәремде тағы үр”. Шаран районында ла күп кенә авторҙар менән берләшеп, “Илһам” тип аталған китап сығарыуға ирештек, - тип һөйләй шиғырҙары баҫылған алты китап һәм йыйынтыҡтар хужаһы.
Дингә килгәндә, Зиләрә Рафиҡова өсөн ул ғүмеренең бер нурлы, яҡты юлы булып тора. Был юҫыҡта уның ата-әсәһенең роле лә барҙыр, сөнки бәләкәй саҡтан ҡыҙ уларҙың Ҡөрьән уҡыуын, намаҙға баҫыуын күреп, доғалар әйтеүен ишетеп, әҙәпкә өйрәтеүҙәрен тыңлап үҫә. Салауатта Ғәбделхәмит хәҙрәт дин дәрестәре бирә башлағас, Зиләрә ханым дини белем алыуға йөрөй башлай. Салауатта Ислам университеты филиалы асылғас, өс йыл буйы унда уҡый. Асия, Сажиҙә, Ғәйшә ханымдар беҙгә төплө белем бирҙе, уларға рәхмәтлемен, ти Зиләрә апай. Салауаттағы дини уҡыу йортоноң дипломын алыу яҙмаһа ла, маҡсатлы ханым бирешмәй, Өфөгә барып уҡыуын тамамлап ҡуя. Хәҙер инде ул хаҡ дин юлында. Изге күңелле Зиләрә апай Рафиҡоваға Хоҙай Тәғәлә киләсәктә лә тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, йән тыныслығында һәм донъя именлегендә йәшәүен насип итһен.
Устарымда дәүер ирене
Устарыма алдым ап-аҡ ҡарҙы,
Бар көсөмә ҡыҫтым йомарлап,
Ҡар ирене, үткән дәүер кеүек,
Ваҡыт, сәғәттәрҙе йомғаҡлап.
Иҫкә алыр өсөн ҡала үткән,
Белем алған саҡтар тырышып,
Күңел төпкөлөнән урын ала,
Яҡшы хәтирәләр тулышып.
Иҫтәлекле ваҡыттар күп булды,
Үрмә гөлдәй ғүмер үрелде.
Ҙур шәхестәр менән осрашыуҙан
Хистәр яҡты нурға күмелде.
Үткәндәрем бер аҙ үкенесле,
Ваҡыт ҡәҙерҙәрен белмәнем.
Яҡшы ғәмәлдәрҙе ҡылырға
Ваҡытымды күберәк бүлмәнем.
Булды төрлө хәлдәр, донъя бит ул,
Дауылдар ҙа булды, буран да.
Барын яйға һалып еңеү яулайым,
Таяныр тағаным булғанда.
Ауырлыҡҡа түҙмәҫ саҡтарҙа ла
Хистәремә ирек бирмәнем.
Ныҡлы баҫтым, барған һуҡмағымдан
Башҡа юлды эҙләп йөрөмәнем.
Тормош тулҡынында сайпылмайса
Тирбәләм дә әле тирбәләм.
Үткәндәргә салауаттар әйтеп,
Киләсәккә сәләм ебәрәм.
Устарыма алдым ап-аҡ ҡарҙы,
Ҡар ирене, ҡалды бары һыу.
Ваҡыт үтеү менән һыу ҙа кибер,
Үткәндәрҙә ҡалыр барыһы.
Һайрауың доға булһын
Һайрай ҙа, һайрай һандуғас,
Ни зарҙары бар икән?
Бәндәләрҙең дә һөйләргә
Моң-зарҙары бар микән?
Һайрай ҙа, һайрай һандуғас,
Теле лә арымай икән.
Донъялар буталған мәлде
Ҡоштар ҙа аңлай микән?
Һайрай ҙа, һайрай һандуғас,
Өҙҙөрә бәғерҙәрҙе.
Сабыр булырға өндәйме
Түҙемһеҙ бәндәләрҙе.
Һайра, һайра һандуғасым,
Кемдә лә моң етерлек.
Доға булып күккә ашһын,
Бар сирҙәрҙе еңерлек.
Һайрауына һөйөнөп,
Таң нурына төрөнөп,
Йәшәргә яҙһын әле
Бәндәләргә һөйөлөп.
Һайра, һайра, һандуғасым,
Телдәрең дә талмаһын.
Илгә килгән афәттәрҙең
Эҙҙәре лә ҡалмаһын.