газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2020, 15:26

Аҡҡош тоғролоғона тиң мөхәббәт

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләне. Эй, ҡәһәрле, һуғыш... Кемдәрҙең генә ғүмерен ҡыймаған да, кемдәрҙең генә яҙмышын селпәрәмә килтермәгән. Балалар - атайһыҙ, ҡатындар - ирһеҙ ҡалған, әсәләр улдарын юғалтҡан. Әлеге һөйләнәсәк бер яҙмыш тарихы ла шул шанлы йылдарға ҡайтып ҡала.

1906 йылда Абдрахмановтар ғаиләһендә Хәҙисә исемле ҡыҙ донъяға тыуа. Бала-сағы, үҫмер ваҡыты барлыҡ балаларҙыҡы кеүек уҙа. 1928 йылда әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан Фәсхетдин-гә кейәүгә сығып, ғаилә ҡора-лар. 1930 йылда ҡыҙҙары Нурия, Роза тыуа. Һуңғыһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле һәләк була. Хәҙисәне ҡәйнәһе биш килен араһынан бигерәк яҡын күрә. Килен, уңғанлығына өҫтәп, бик сибәр ҙә була. Шуғалыр, ҡәйнәһе уны “кәртешкә килен” тип йөрөтә. Һәүетемсә аҡҡан тормоштарын Бөйөк Ватан һуғышы аҫтын-өҫкә килтерә. Фәсхетдин Сәләхетдин улы тәү-ге көндәренән үк Тыуған илде дошмандарҙан азат итеү өсөн алышҡа юллана. 1942 йылдың декабрендә Сталинград ҡалаһы өсөн алышта батырҙарса һәләк була. Әммә ҡатынына “Ирегеҙ Фәсхетдин Зөбәйеров һәләк” тигән хәбәр генә килә. Ҡатыны Хәҙисә уны ғүмере буйы көтә. Фронттан ҡайтҡан ир-егеттәр ҙә күп һораталар, әммә ул риза булмай. Был турала запастағы полковник, Рәсәй Ҡораллы Көстәр ветераны, тыумышы менән Аллағыуат ауылынан булған, һуғышта ҡатнашҡан, хәбәрһеҙ юғалған ауылдаш-тарының, яҡташтарының яҙмы-шына битараф булмаған, улар тураһында китаптар нәшер иткән Рәфкат Зөбәйеров һөйләй.
- Фәсхетдин ағай - атайым Мөхтәр Зөбәйеровтың бер туған ҡустыһы. Хәҙисә еңгә бик саманан тыш егәрле, аҡыллы, сибәр, сабыр кеше ине. Ирен ул ғүмер буйы көттө. Бына ҡайҙа ул тоғролоҡ! Уға ире бына-бына ҡайтып керер кеүек ине. Хатта һуғыштан ҡайтҡан, ике балаһы менән тол ҡалған атайымдың тағы бер туған ҡустыһы Арыҫлан да, еңгәһен ҡатын итеп алмаҡсы була. Хәҙисә еңгә риза булмай, “Фәсхетдин тере, көтәсәкмен, ул мотлаҡ ҡайтасаҡ,” ти. Атайым да, быға ҡырҡа ҡаршы төшә: “Бәлки ҡустым ҡайтып төшөр. Уның күҙенә нисек ҡарармын”, - ти. Фәсхетдин ағайҙың ҡатыны ғына түгел, бөтә туғандары ла билдәһеҙлектә йәшәй, - ти Рәфҡәт Мөхтәр улы.
Мөхтәр Сәләхетдин улы ҡустыһының вафат булған, ерләнгән урынын табыу өсөн 1958 йылдан алып ныҡышмалы эҙләнеүҙәр алып бара. Уға тик “Батырҙарса һәләк булды. Мамай-Ҡурғанда ерләнде” тигән хәбәр генә килә. Атаһының эшен Рәфҡәт Мөхтәр улы 1967 йылда дауам итә. Тырышлығы бушҡа сыҡмай, ул ағаһының Волгоград өлкәһе Паньшино ауылындағы Туғандар ҡәберлегендә ерлә-неүен асыҡлай. Салауаттан делегация менән унан ер алып ҡайталар. Уны “Юрматы ере” мемориаль комплексына һәм яугирҙең ҡатыны ерләнгән Ишембайҙағы ҡәберлеккә һалалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мәлдәрҙе Хәҙисә Бәхтийәр ҡыҙына күреү насип булмай. Ул 1999 йылда 93 йәшендә вафат булып ҡала. Уның ҡарауы, һалдаттың берҙән-бер балаһы - 90 йәшлек Нурия Фәсхетдин ҡыҙына был бәхет тейә. Ғүмер буйы атаһын көтөп йәшәгән әсәһенең өҙгөләнеүҙәрен, һағыштарын йыш күрә Нурия инәй, ғүмер буйы атаһы менән әсәһен осраштырыу теләге менән яна. Икеһенең фоторәсемдәрен йәнәшә ҡуйып, яңы ҡәбер ташы эшләтәләр. Тимәк, бер-береһен өҙөлөп һөйгән, осрашыуға зар-интизар булған йәрҙәр табышҡандыр. Хәҙисә Бәхтийәр ҡыҙының мөхәббәте ысынлап та аҡҡош тоғролоғона хас. Иренең ҡайтмаҫлығын аңы менән тойһа ла, күңеле ышанмай. Ике йөрәк барыбер ҡауышып ҡуйған...
Дилә АБДУЛЛИНА.
Фото Рәфҡәт Зөбәйе-ровтың шәхси архивынан.
Читайте нас: