Ҡалала “Ҡыш бабайҙың изге бүләктәре” тигән акцияны уҙғарыу изге йолаға әүерелде. Быйыл да проект сиктәрендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән 100 баланың йортона Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу киләсәк.
- Үҙенсәлекле балаларҙың фотоһүрәттәре, уларҙың шөғөлдәре һәм Ҡыш бабайҙан ниндәй бүләк алырға хыялланыуҙары тураһында бөтә мәғлүмәт Бәйләнештә селтәрендә урынлаштырылған. Һеҙ бер йәки бер нисә балаға шәхси бүләк эшләй алаһығыҙ. Шулай уҡ бүләктәрегеҙҙе Ҡыш бабайҙың серле һандығына килтерергә лә мөмкин, ә һуңынан кемгә нимә бүләк итергә кәрәклекте үҙебеҙ хәл итербеҙ. Ҡурсаҡтар, машиналар, пазлдар, китаптар, спорт һәм канцелярия тауарҙары, ижад өсөн йыйылмалар, тәмлекәстәр, емеш-еләктәр - барыһы ла балаларҙың күңеленә хуш киләсәк. Яңы йыл алдынан, ғәҙәттәгесә, ирекмәндәребеҙ Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булып кейенеп, уларҙы таратасаҡ, - тип һөйләй проект ойоштороусыһы, “Әсә йөрәге” ойошмаһы етәксеһе Мария Дорофеева.
Бүләктәрҙе 15 декабргә тиклем тапшырырға мөмкин. Һәр теләгән кеше проектта ҡатнашып, тылсым эйәләре була ала. Балаларҙы бәхетле итеү өсөн күп кәрәкмәй, улар бәләкәй генә бүләкте лә ҙур итеп ҡабул итеп, ихлас шатлана.