Салауатта, пандемия тыуҙырған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡаланың йөҙөн яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн күп эштәр башҡарыла. Әйтәйек, әле ҡалаға төньяҡтан ингән урын төҙөкләндерелә.
Кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар тигәндәй, ҡунаҡтар ҙа, тәү сиратта, ҡалаға кергән урынға иғтибар итә. Баҡса участкаларының сереп, ауышҡан ҡоймалары кемдә ыңғай тәьҫораттар ҡалдырһын инде? Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Мироновтың тәҡдиме менән ошо биләмәне матурлау ҡарар ителде.
- Эштәр башланды ла инде. Биләмә сүп-сарҙан таҙартылды, ағастар тәртипкә килтерелде, йәшел төҫтәге профнастил ҡуйыла. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары быны баһалар, тип ышанабыҙ, - ти ҡала хужалығы идаралығының сектор мөдире Лилиә Кубицкая.