Онлайн-кәңәшмәлә Комиссия, Рес-публика ата-әсәләр комиссияһы ағза-лары, Салауат ҡалаһы хакимиәте һәм йә-мәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
- Ҡоролтайға Салауат ҡалаһы халҡынан бик күп мөрәжәғәттәр килде. Салауаттар балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асылмауына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Айырыуса 53-сө балалар баҡсаһына ҡағылышлы һорауҙар күп. Башҡорт телен ата-әсәләргә лә өйрәтер кәрәк. Ололар ҙа тел өйрәнеү буйынса курстарға мохтаж. Беҙ «Салауатта башҡорт йәкшәмбе мәктәбен асыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар» тип иҫәпләйбеҙ, - тине Бөтә донъя башҡорт-тары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов «БР халыҡтары телдәре тураһында закон«ды тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, ҡалала 2019-2024 йылдарҙа «БР Салауат ҡалаһының милли-мәҙәни үҫеше»; 2017-2022 йылдарҙа «БР Салауат ҡалаһында йәшәүсе халыҡтарҙың этномәҙәни үҫеше һәм рәсәй халҡы берҙәмлеген нығытыу», башҡорт телен һәм БР халыҡтары телдәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән программалар тормошҡа ашырыла. «БР халыҡтар телдәре тураһында» законы буйынса эште 38 мәктәпкәсә, 18 дөйөм белем биреү учреждениеһы, йәкшәмбе мәктәбе, 6 өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы алып бара.
- Беҙ ҡала башҡорттары ҡоролтайы һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән бергә эшләргә иҫәп тотабыҙ. Эшлекле кәңәшмәлә 25-се мәктәп нигеҙендә полилингваль мәктәп асыу өсөн бөтә шарттар бар тип килешелде. Әле республикала өс - Өфөлә ике, Стәрлетамаҡта бер полилингваль мәктәп эшләй, - ти Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Мәктәпкәсә белем биреү учрежде-ниеларында башҡорт телендә уҡытыу һәм тәрбиә биреүсе төркөмдәр асыу тураһында Салауат ҡалаһының мәғариф идаралығы етәксеһе Марина Вишева таныштырҙы. Уның белдереүенсә, 53-сө балалар баҡсаһына 14 төркөмдә 303 бала йөрөй.
«Балалар баҡсаһы бинаһы ике корпустан тора. Береһендә алты төркөмдә башҡорт телендә 116 бала тәрбиәләнә. Бөгөн ҡала хакимиәте тарафынан учреждениены ике үҙ аллы баҡсаға бүлеү тураһында ҡарар сығарылды. 53-сө балалар баҡсаһына үҙенең элекке «Йәншишмә» исеме ҡайтарыласаҡ һәм был баҡсала башҡорт төркөмдәре буласаҡ. Әле унда 11 урын бар. Ә тейешле белемле кадрҙар менән учреждение тулыһынса тәьмин ителгән», - тине Салауат ҡалаһы мәғариф идаралығы етәксеһе Марина Вишева.
53-сө балалар баҡсаһын Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы шефлыҡҡа ала. Онлайн-кәңәшмәлә яңғыраған сығыштарҙы иҫәпкә алып, сарала ҡатнашыусылар Салауаттағы һәр балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре асырға, мәктәптәрҙә туған телдә уҡыу сәғәттәрен күбәйтергә ҡарар сығарҙы. Урындағы ҡоролтай ағзаларын терминология һәм топонимия хеҙмәттәре составына индерергә тигән тәҡдим дә булды. Салауат ҡалаһында йәшәүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡалала милли мәктәп асырға һәм башҡорт телендә ата-әсәләр форумын уҙғарырға ла ниәтләйҙәр.