Музейға килеүселәр хәҙер генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тормошо, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы тураһында уникаль фото һәм видеоматериалдар менән таныша ала. Комплекс заманса экран менән йыһазландырылған. Унда Миңлеғәле Шайморатов тураһында документаль фильмдар күрһәтелә. Дивизияның тарихи үткәндәренә лә күҙ һалырға мөмкин, шулай уҡ дивизия командирының ғаиләһе, вариҫтары тураһында ла белергә була, "Алтын йондоҙ"ҙоң республика милли музейына тантаналы тапшырыу мәленән фотоһүрәттәр ҙә урын алған. Генерал-майорҙың бөтә наградаларының, шул иҫптән «Алтын йондоҙ» миҙалының муляждары экспозицияның бер өлөшө булып тора.
Генерал Шайморатовты үлгәндән һуң бүләкләү тураһындағы бойороғона ил Президенты Владимир Путин быйыл март айында ҡул ҡуйҙы.
- 1958 йылда был тәҡдимде Семён Буденный үҙе яҙа. Йыл артынан йыл үткән һайын, хат артынан хат тейешле структураларға барған, әммә бөтә мөрәжәғәттәр ҙә ҡаты нормативтарға юлығыу сәбәпле, уларҙы үтәп булмаған. Оҙаҡ йылдар уның ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланманы, сөнки үлеменең шарттары билдәле түгел ине, ә регламент буйынса барыһы ла асыҡланырға тейеш. Һәм бына хәҙер Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәгән бер нисә быуындың ынтылыштарын хупланы. Һәм мөһим ҡарар ҡабул итте. Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде, - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге битендә.
Стенд ҡала хакимиәтенә Башҡор-тостан Республикаһының Милли музе-йынан бирелгән һәм Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырылған. Экспозиция даими эшләйәсәк, уның менән алдан яҙылмайынса теләһә ниндәй ваҡытта ла танышырға мөмкин. Төркөм менән экскурсиялар булһа, алдан хәбәр итергә кәрәк.
- Музей эшкә тотондо һәм комплексты уникаль материалдар менән тулыландырҙы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында алышҡан яугирҙәрҙең Салауат ҡалаһында йәшәүсе балалары, ейәндәре музейға документтар, фотоһүрәттәр, хаттар һәм хәтирәләр тапшырҙы. Форсаттан файҙаланып, ярҙамдары өсөн Әхтәмовтар, Мирсаяповтар, Ғиниәтул-линдар ғаиләһенә рәмәтемде белдерәм. Бынан тыш, музей хеҙмәткәрҙәре Нәсимә Кулябина, музей мөдире Ольга Шалева, ғилми хеҙмәткәр Валентина Ғилманова йөкмәткеле экскурсияны әҙерләүгә ҙур өлөш индерҙе. Пандемия арҡаһында, комплексты онлайн-форматта асырға тура килде. Шуныһы ҡыуандыра, комплекс эшләй, коллектив заявкалар килә башланы ла инде. Легендар дивизия командирының яҙмышы тураһында күберәк белергә теләүселәр бихисап, - ти «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов.