газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2020, 17:19

Һәр нәмә контролдә, талаптар үтәлә

Әлеге коронавирус таралыу хәүефе көсәйгән мәлдә санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәү мөһим шарттарҙың береһе. Башҡортостандың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибовтың Салауат ҡалаһына килеү маҡсаты ла ошоғай ҡайтып ҡалды. Ул министрлыҡтың эшсе төркөмө менән ҡаланың бер нисә спорт учреждениеһында булып, инфекцияның таралыуын иҫкәртеү сараларының, санитар талаптарҙың үтәлешен тикшерҙе.

Контроль үткәреүҙең тәүге объекты - «Алмаз» спорт мәктәбе. Бинаға ингәс тә, министрҙың температураһын үлсәнеләр, ҡулдарын дезинфекциялау тәҡдим ителде. Спорт мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышҡанда ла, Руслан Хәбибов Роспотребнадзор талаптарының ни кимәлдә үтәлеүенә иғтибар бирҙе.
- Эпидемиологик хәлгә бәйле беҙҙең министрлыҡ алдына спорт объекттарында контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса беҙ республиканың өс ҙур ҡалаһында булып спорт учреждениеларын тикшерәбеҙ, эшебеҙҙе Салауаттан башланыҡ, һуңынан Ишембайға һәм Стәрлетамаҡҡа барабыҙ. «Алмаз» спорт мәктәбе уҙған йыл йомғаҡтары буйынса милли спорт премияһы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы спорт ойошмалары лидер-ҙарының тәүге өсәүе иҫәбенә инде. Шуға күрә миңә был спорт объекты яҡшы таныш һәм бында Роспотребнадзорҙың барлыҡ талаптарының үтәлеүе бик яҡшы, - тине ул.
Артабан эшсе төркөм «Аструм» сауҙа үҙәгендә урынлашҡан фитнес үҙәктә һәм «Йәштәш» йәштәр үҙәгендә булды.
- Графиктан тыш беҙ махсус рәүештә фитнес үҙәккә лә туҡталдыҡ, сөнки уларҙа ла спорт объекттары алдына ҡуйылған санитар нормалар үтәлергә тейеш. Йәштәр үҙәген дә ҡараныҡ, күреүебеҙсә, бөтә талаптар үтәлә. Беҙҙең республикала олимпия резервындағы 64 спорт мәктәбе эшләй, беҙ уларҙа санитар нормаларҙың үтәлешенә контролде көсәйттек, шулай уҡ Башҡортостан чемпионаты, беренселеге кеүек күләмле спорт сараларын күсерҙек. Республика Башлығы каникулдар ваҡытында балалар спорт менән шөғөлләнергә тейеш, тине, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, хәүефһеҙлекте тәьмин итергә, коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫҡа тейеш. Салауат был йүнәлештә яҡшы эш алып барыуын иҫбатланы, - тине Руслан Хәбибов.
Ҡаланың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрынан бөтә салауаттарҙы борсоған «Төҙөүсе» стадионы яҙмышы хаҡында һорамай булдыра алманы. Руслан Таһир улы былай тип яуап бирҙе:
- «Төҙөүсе» стадионына килгәндә, беҙҙең министрлыҡ Салауат ҡалаһы хакимиәте һәм республика хөкүмәте менән берлектә был йүнәлештә ҙур эш алып барҙы. Беренсенән, финанслау сығанағы билдәләнде, икенсенән, хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров 2021 йылда был спорт объектты капиталь ремонтлауҙы тамамларға ҡушты. Ҡала хакимиәте башлығы менән яңыраҡ ҡына был мәсьәлә буйынса һөйләштек, хакимиәт тендер процедураларына тотонорға һәм тиҙ арала төҙөкләндереүҙе башҡарасаҡ ойошманы асыҡларға тейеш. Шундай бурыс ҡуйылған һәм беҙ уны үтәргә тейеш.
Г
Читайте нас: