Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2020, 16:51

“Олатайым - ысын герой”, - ти 95 йәшен тултырған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Петр Баскаковтың туғыҙ йәшлек бүләсәһе Алиса

Күркәм юбилейы уңайынан уны яҡындары, балалары, ейәндәре ҡотланы. Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та бынан ситтә ҡалманы. Ҡала хакимиәте исеменән ул Петр Васильевичҡа сәскә гөлләмәһе һәм бүләк тапшырып, изге теләктәрен еткерҙе.

- Һеҙҙе ихлас күңелдән олпат юбилейығыҙ менән ҡотлайым. Иң мөһиме, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, яҡындарығыҙ һеҙҙе һәр ваҡыт шатландырып торһон. Бөгөн йортоғоҙ ҡунаҡтар менән тулған. Янығыҙҙа һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер туғандарығыҙ бар. Был - иң ҙур байлыҡ. Ҡатын-ҡыҙ - ғаилә усағын һаҡлаусы, тиҙәр һәм был бик хаҡ һүҙҙәр. Хәләлегеҙ менән оҙаҡ йылдар матур ғүмер кисереүегеҙ ғаиләгеҙҙең ныҡ, татыу булыуын дәлилләй. Петр Васильевич, Бөйөк Еңеүгә индергән ҙур өлөшөгөҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һис шикһеҙ, һеҙ ҡаланың байлығы булып тораһығыҙ, - тине Игорь Геннадьевич ҡотлау телмәрендә.
Петр Баскаков Стәрлетамаҡ районының Покровка ауылында тыуған. Үҫмер сағы ҡәһәрле һуғыш йылдарына тура килә. Аслы-туҡлы килеш алһыҙ-ялһыҙ эшләй уның быуыны. 1943 йылдың ғинуарында һуғышҡа китә. 1950 йылда ғына демобилизациялана.
- Беренсе Балтик буйы фронтында сапер булып хеҙмәт иттем. Беҙҙең батальон мина һалынған баҫыуҙарҙы минанан таҙартырға тәүгеләрҙән булып бара, дошман үткән күперҙәргә, юлдарға мина һалабыҙ. Уларға үҙебеҙ шартлаған мәлдәр ҙә күп булды, - тип һөйләй ветеран.
Петр Васильевич һуғышта яралана, контузия ала. Госпиталдә оҙаҡ ятмаҫҡа тырыштым, үҙемдекеләрҙән ҡалышҡы килмәй бит, ти ул. Төньяҡ Пруссияла һәм Германиялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, Берлинға барып етә. Ветерандың күкрәгендә бихисап орден-миҙалдар йымылдай.
Һуғыштан һуң Аллағыуат элеваторында мөдир булып эшләй. Икенсе яртыһы - ауылдашы Нина Дмитриевна менән ғаилә ҡоралар. Элеваторҙа 30 йыл эшләгәндән һуң, Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинатҡа урынлаша. Шунан хаҡлы ялға китә. Дөйөм хеҙмәт стажы - 52 йыл.
Ветерандың ҡатыны тормош иптәше тураһында йылы хис-тойғолар менән һөйләй.
- Хәләлем итәғәтле, иғтибарлы, ярҙамсыл. Ул - таянысым, кәңәшсем, - ти Нина Дмитриевна.
Ейәнсәре Светлана олатаһына булған һоҡланыуын йәшермәй.
- Олпат йәшкә етһә лә, бар нәмәне үҙе эшләй. Ярҙам һорап, кеше көнлө булырға яратмай, аҙыҡ-түлеккә лә үҙе сыға, - тип йылмая Светлана.
Икенсе ейәнсәре Ольга олата-һының тыуған көнөнә - торт бешереп килтергән. Унда “Олатай түгел, ә алтын” тигән һүҙҙәр яҙылған. Был яҡындарының Петр Васильевичҡа ҡарата булған ихтирамын, һөйөүен иҫбат итә.
Ә бына бүләсәһе Алисаның “Минең олатайым - Герой” тигән шиғыры ветеран өсөн иң ҙур бүләк булғандыр.
Татыу ғаилә 70 йыл бергә ғүмер кисерә. Дүрт бала - өс малай һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әлеге көндә улар балаларына ҡәҙерле атай-әсәй, туғыҙ ейән-ейәнсәренә, 16 бүлә-бүләсәһенә һөйөклө олатай-өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерә.
Читайте нас: