Ҡатмарлы ла, бер үк ваҡытта һәр кем өсөн кәрәкле лә закон йәмәғәтселектә бик күп һорауҙар тыуҙырҙы. Шул йәһәттән дүшәмбе видео бәйләнеш форматында брифинг уҙҙы. Унда республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская, уның урынбаҫары, прокуратура вәкилдәре, ҡала һәм район хакимиәттәре, ауыл Советы хакимиәттәре башлыҡтары, депутаттар ҡатнашты. Сараның модераторы - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова булды. Брифингта ҡатнашыу өсөн беҙҙең ҡала вәкилдәре ҡала хакимиәтенә йыйылды.
Ниндәй үҙгәрештәр хаҡында һүҙ бара һуң?
- Ерҙәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Әлеге үҙгәреш сиктәре билдә-ләнмәгән ер биләмәләрен бүлеп биреүҙә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының вәкәләт-тәрен ҡабаттан бүлеүгә йүнәлтелгән. Республика ерҙәренең өстән бер өлөшөнөң милек хоҡуғы рәсмиләш-терелмәгән. Яңы законда тик шул майҙандар тураһында ғына һүҙ бара, - тип төп моменттарҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды министр Наталья Полянская.
Мөлкәткә идара итеү комитеттары быға саҡлы ер мәсьәләһен хәл итмәй ине, улар тик муниципалитеттар менән кәңәшләшеп, документтар йыйыу буйынса оператор ғына булды.
- Закондың асылы шунда - граждан-дарҙың, шул иҫәптән эшҡыуарҙарҙың ер биләмәһен алыу процедураһын ябайлаштырыу, бөтә республика өсөн берҙәм ҡағиҙәләр урынлаштырыу. Дәүләт милке сикләнмәгән ер майҙанын файҙаланыуҙан, участоктарҙы ҡуртымға биреүҙән алынған аҡса, элеккесә, ҡалалар һәм райондар бюджетында ҡала. Республика бер тинен дә алмай. Был бик мөһим. Көтөүлектәр - ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер, улар артабан да ошо мәнфәғәттә ҡулланыласаҡ. Дәүләт милке сикләнмәгән ерҙе файҙаланған ҡуртымсылар өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәй. Ер пайҙары хужаларына ла борсолорға урын юҡ - барыһы ла элеккесә ҡала. Ерҙе файҙаланыу, төҙөлөш алып барыу буйынса ҡағиҙәләр ҡабул итер алдынан, уның тураһында асыҡ тыңлауҙар ойошторолорға тейеш. Ер участкалары хужалары өсөн дә бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Ерҙе һәм ундағы мөлкәтте нисек файҙаланырға икәнен милексе генә хәл итә, - тип аңлатма индерҙе Эльвира Айытҡолова.
Төбәк парламентының вице-спи-керы билдәләүенсә, төҙәтмәләр закон-ды тормошҡа ашырыу механизмына асыҡлыҡ индерә. Әлеге ваҡытта был мәсьәләлә һәр муниципалитет үҙ бел-деге менән эш итә, шуға ла ҡайһы ваҡыт ҡануниәтте боҙоуҙарға юл ҡуйыла.
Хәҙер барыһы өсөн дә дөйөм документтар теҙмәһе эшләнәсәк, артыҡ ҡағыҙҙар талап ителмәйәсәк. Ҡарар ҡабул итеү ваҡыты ун көнгә тиклем кәмей. Барлыҡ документтарҙы дөрөҫ тапшырған осраҡта, кеше ерҙе аласаҡ. Бәхәсле ҡарарҙар хакимиәт башлыҡтары менән бергә ҡабул ителәсәк. Урындағы етәкселек халыҡ-тың ихтыяжын һәм проблемаларын яҡшы белә. Шуға күрә кисә генә кешеләр мал көткән, баҡса үҫтергән ерҙә ҡапыл ғына завод-фабрикалар төҙөүҙәре мөмкин түгел. Кеше факторы булмаясаҡ, йәғни хәҙер ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ арҡаһында ер алыныуға юл ҡуйылмай.
Ерҙе юллау өсөн Өфөгә барыуҙың кәрәге юҡ. Документтарҙы өс урында тапшырырға мөмкин - республи-каның Ер һәм мөлкәт мөнәсәббәттәре министрлығы аша, күп функциялы үҙәктәрҙә һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында.
Ер тураһындағы бүлек тиҙҙән эшләй башлаясаҡ. Һәр кем өйҙән сыҡмайынса, ер алыу өсөн ғариза яҙыу мөмкинлегенә эйә. Барлыҡ документтарҙы онлайн ебәргәндән һуң ун көндән яуап киләсәк.
Бөтә мәғлүмәтте бер уңайлы таблицаға туплайҙар, унда һәр кем үҙенә кәрәкле булған районды һайлай һәм ҡайһы участоктың буш икәнен ҡарай аласаҡ. Тиҙҙән был исемлек Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәббәттәре министрлығының рәсми сайтында һәм “Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлығы һәм инвестициялары” сайтында барлыҡҡа килә. Исемлек даими яңыртылып торасаҡ.
Яңы закон буйынса, республикалағы буш ерҙәр тиҙерәк әйләнешкә индереләсәк. Ә был, үҙ сиратында, эшҡыуарлыҡты үҫтерергә, һалымдарҙы һәм эш урындарын арттырырға, күп ғаиләләр өсөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк.
Брифинг барышында муниципали-тет башлыҡтары бәйләнешкә сығып, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, брифинг ергә бәйле булған төрлө имеш-мимештәрҙе юҡҡа сығарырға, халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт алырға булышлыҡ итергә тейеш.