газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2020, 17:01

Блоктарҙы емереү кемгә кәрәк булған?

Яңы уҡыу йылы башланғандың тәүге көндәрендә үк редакцияға ата-әсәләрҙән дәғүә менән күп һанлы шылтыратыуҙар алдыҡ. Проблеманың асылын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

- Элекке “Алмаз” мәҙәниәт һарайы оҙаҡ йылдар дауамында ҡаланың “ауыртҡан” нөктәһе булып тора. Йәй көндәрендә унда эскеселәр һәм асарбаҡтар йыйыла, берәҙәк эттәр өйөрҙәре менән йөрөй. Ә быйыл хәлдәр тағы ла ҡатмарлаша төштө. “Алмаз”дың кәртәләп алынған ҡоймалары буйынан-буйына емерелде, элек ҡойманың теге яғындағы эттәр был яҡҡа ҡаршыға сығып өрә башланы. Бәләнең башы был ғына түгел - элек ябылған машиналар юлын астылар. Быға тиклем автоһәүәҫкәрҙәргә Ғөбәйҙуллин урамынан Юлаев бульварына сығыу өсөн, һәм киреһенсә, урап йөрөргә тура килһә, хәҙер иһә туп-тура сығырға мөмкин. Саң ҡағыуыбыҙҙың сәбәбе шул - ҡала мәктәптәрендә белем алыусы балаларыбыҙ ошо юлдан йөрөй. Элек бер ниндәй проблема юҡ ине, хәҙер үҙҙәре генә барырға батырсылыҡ итмәй. 1-се класта белем алған бәләкәстәр бөтөнләй ҡурҡыу-ға төштө. Ата-әсәләр ҙә гел генә уларҙы оҙатып йөрөй алмай, һәр кемдең эше бар. Өҫтәүенә, автомобилдәрҙең ниндәй тиҙлектә йөрөүен күрһәгеҙ унда - иҫ китерлек! Һуңғы ваҡытта юл-транспорт ваҡиғалары тураһында йыш ишетәбеҙ. Айырыуса балалар йәрәхәтләнеүе көнүҙәк проблема. Түрҙә ултырғандар фажиғәләрҙе кәметеү өсөн ниндәйҙер юлдар табырға тырыша. Ә беҙҙә, әйтерһең, был турала хәбәрҙар түгелдәр. Ҡарар ҡабул ителеп, быға нөктә ҡуйылмаһа, хәлдәрҙең аяныслы тамамланыуы ихтимал. Автомобиль юлына кәртә булып торған бетон блоктарҙы емереп ташлау кемгә кәрәк булғандыр, билдәһеҙ. Кемгә мөрәжәғәт итергә белмәйбеҙ. Шуға проблеманы гәзит биттәрендә ҡуҙғатырға булдыҡ. Мәсьәләне хәл итергә ярҙам итерһегеҙ тип ышанабыҙ, - ти борсоуға төшкән ата-әсәләр.
Мөрәжәғәтте алыу менән беҙ ата-әсәләр менән бергә был урынға сыҡтыҡ. Ысынлап та балаларға түгел, хатта өлкән-дәргә лә йөрөүе хәүефле бында.
Һорауға яуап алыу өсөн ҡала хакимиәтенең төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлегенә мөрәжәғәт иттек.
- Был мәсьәлә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултыры-шында ҡаралды. Унда ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, мәғариф идаралығы, ЮХХДИ, ҡала хужалығы, “Техсигнал” йәмғиәте, “Башавтотранс” предприятиеһы вәкилдәре ҡатнашты. Проблема, ысынлап та, бик актуаль. Балаларҙың хәүефһеҙлеге иң беренсе урында торорға тейеш. Уҙғарылған тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, блоктар законһыҙ алып ташланған, йәки был башбаштаҡланып эшләнелгән ҡылыҡ. Ултырыш һуңында комиссия ноябрь аҙағына тиклем автомобиль юлын ябыу буйынса эштәрҙе башҡарырға тигән ҡарар ҡабул итте, - ти төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Тимур Хафизов.
Читайте нас: