Йома көн эштән һуң аш-һыу тирәһендә булышам. Бер ваҡыт иғтибарым шул парктағы ике “аҫыл” иргә төштө. Икеһе лә апаруҡ “һалмыштар”, агрессивлыҡ-тары йөҙҙәренә сыҡҡан. Уңға-һулға һелтәнеп нимә эшләйҙәр икән тиһәм, эскәм-йәләрҙе, сүп-сар һауыттарын аҡтаралар булып сыҡты. Көс-ғәйрәттәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөйҙәр. Берәү төҙөй, икенселәре емерә. Ошо ир-егеттәр ҡаланы төҙөкләндереүгә әҙ генә булһа ла үҙ өлөшөн индерҙеме икән һуң? Юҡ икәнлеге көн кеүек асыҡ. Үҙҙәре яман итеп ҡысҡыра, ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрҙе, боронғолар әйтмешләй, эт тә ашамаҫ. Асыҡ тәҙрәнән бөтәһе лә ишетелеп тора. Бар халыҡ аптырап ҡарай, берәү ҙә өндәшмәй. Ҡурҡалар, яуап итеп әллә нәмә ишеттерерҙәр. Тиҙ генә кейендем дә, шул урынға сыҡтым. Миңә күренгәндә-рен генә ботарлағандарҙыр тип уйлаһам, парктың бер башынан икенсеһенә тиклем бөтә эскәмйәләрҙе лә ҡыйратҡандар был әҙәм аҡтыҡтары. Был бит - вандализм.
Аптырап ҡарап торам. Ике инәй саф һауа һуларға сыҡҡан.
- Беҙ ҙә бында инек ул ваҡытта. Ҡот осҡос үҙ-ҙәре, нимә ҡыланғанда-рын белмәйҙәр. Ул эскәмйәләрҙең, сүп һауыт-тарының ни зыяны тейгән инде уларға? Ҡурҡһаҡ та, бөтә ҡыйыулығыбыҙҙы йыйып, дәғүә белдерҙек. Ниңә өндәштек тигән көнгә төштөк. Башығыҙ иҫән саҡта һыҙығыҙ бынан, тинеләр. Бигерәк оятһыҙҙар инде, - тип зарланды инәйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңынан тегеләр артынан кемдең йыйыштырыуын күрмәй ҡалдым. Ашығыс бараһы ерем бар ине. Ҡайтыуыма эскәмйәләр ҙә, сүп һауыттары ла үҙ урынында ине. Коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙер инде, моғайын. Шул тиклем көс менән аҡтарып бәреүҙән эскәмйәләрҙең ҡайһы берҙәренең таҡталары ла һынған.
Юҡты бар итеү өсөн, тәү сиратта, аҡыл, теләк, тырышлыҡ, ваҡыт һәм аҡса кәрәк, ә бына барҙы юҡ итеү өсөн быларҙың береһе лә кәрәкмәй, башты иҫәргә һалыу ҙа етә. Тибепме, һуғыпмы осорһаң - шул булды. Ҡалала вандализм факттарының артыуы хәүефләндерә. Иҫегеҙҙә булһа, күптән түгел генә туҡталыштарҙы ҡыйратҡайны улар.
Икенсе көндө ғаилә менән мәҙәниәт һәм ял паркына юлландыҡ. Биш йәштәр тирәһендәге малай ата-әсәһе менән уйын майҙансығында йөрәй. Тырышып-тырмашып, ҡосағына ҡоро япраҡтарҙы һалып бер урынға өйә. Уйында уйын ҡайғыһының юҡ икәнлеге күренеп тора. Ҡыҙыҡһыныуымды йәшерә алмайынса:
- Һин нимә эшләйһең? - тип һораным ипле генә итеп.
- Ҡороған япраҡтар аяҡ аҫтында туҙышып ята. Бер урынға өйһәң, матурыраҡ була, - тине өлкәндәрсә хәстәрлек менән. Булыр бала бишектән тиҙәрме әле?..