Михаил Калтыга үҙе Брянск өлкәһенән. Яҙмыш еле уны Салауат ҡалаһына алып килгән. Оҙаҡ йылдар "Cалауатбыяла" йәмғиәтендә эшләгән.
- Ул шанлы йылдарҙы иҫкә төшөргө лә килмәй. Барыһы ла баштан уҙҙы. Иң мөһиме, илдә тыныслыҡ, именлек булһын. Киләсәк быуын һуғыш тигән нәмәне белмәһен, уның афәттәрен бер кемгә лә кисерергә яҙмаһын, - ти ветеран.
Игорь Геннадьевич йылы ҡотлау телмәрен әйтте.
- Һеҙ, ысын мәғәнәһендә, ҡаланың ғорурлығы булып тораһығыҙ.Батырлығығыҙ тиңһеҙ. Ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килгәнен күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Шулай ҙа, һеҙ һынмағанһығыҙ, ауырлыҡтарҙы ғорур үткәреп тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайта алғанһығыҙ. Һаулыҡ, именлек һеҙгә. Ул дәһшәтле йылдар халыҡ хәтеренән мәңге юйылмаҫ. Башҡа бындай фажиғә ҡабатланмаҫ тип ышанабыҙ, - тине ҡала башлығы.
Ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина мәктәптә эшләгән йылдарында Михаил Федоровичтың йәш быуынды тәрбиәләүҙә иң төп ярҙамсыһы булыуын билдәләне.