газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2020, 17:25

Ҡалабыҙ ҡалды йәмләнеп

Алтын көҙгә аяҡ баҫҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге япраҡтар ергә сағыу балаҫ булып түшәлде. Ошо япраҡтарҙан ҡаланы таҙартыу өсөн йома өмә ойошторолдо.

Унда ҡала хакимиәте, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар, трамвай, мәғариф һәм ҡала хужалығы идаралыҡ-тары хеҙмәткәрҙәре вәкилдәре ҡатнашты. Өмәгә хакимиәт башлығы Игорь Миронов та сыҡты.
- Бик шәп, файҙалы акция. Ул ҡалабыҙҙы таҙараҡ, күркәмерәк итергә ярҙам итә. Көндәр ҙә матур тора. Был мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк. Мин үҙем дә мәктәп саҡтарынан уҡ ошондай өмәләрҙә йыш ҡатнаштым һәм барыһын да был акцияға ҡушылырға саҡырам, - тине Игорь Геннадьевич.
Ысынлап та, үткән йома ҡояшлы, матур көн ине.
Ҡала хужалығы идаралығының сектор мөдире Лилиә Кубицкаяның һүҙҙәре буйынса, һауа шарттарына ҡарап, өмәләр уҙғарыласаҡ әле.
- 2020 йыл республикала Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Шуға ярашлы, март айынан башлап, һәр йома өмәгә сығабыҙ. Яҙын иремәй ятҡан ҡарҙы таратттыҡ, йәйен ҡороған ботаҡтарҙы, сүп-сарҙы йыйыштырҙыҡ, ә көҙөн ерҙе ҡороған япраҡтарҙан таҙартабыҙ. Сарала ҡаланың бөтә учреждениелары ла ҡатнаша тиерлек. Бер ваҡытта ла баш тартмайҙар, тәҡдимде хуплап, ярҙам итергә әҙер торалар. Һауа шарттары мөмкинлек бирһә, тағы сығасаҡбыҙ әле. Ҡалабыҙ тағы ла йәмләнеп, матурайып ҡалыр, - тине Лилиә Әҙип ҡыҙы.
Ул көндө өмәлә ҡатнашыусылар Калинин урамын йыйыштырҙы. Эште Калинин - Ленин урамы киҫелешенән башланылар. Барлығы 3 берәмек техника йәлеп ителгәйне. Ҡороған япраҡтарҙы ҡапсыҡтарға тултырып, тракторға тейәнеләр һәм полигондарға сығарҙылар.
Ҡала хужалығы хеҙмәткәрҙәре Марина Жданова менән Светлана Шәри-пова сарала теләп ҡатнаша.
- Йома һайын сығабыҙ өмәгә. Был ҡалабыҙ таҙа булһын, ҡала ҡунаҡтарын матурлығы менән һоҡландырһын өсөн кәрәк. Эш һөҙөмтәһе күренеп тора - бар ерҙә лә таҙалыҡ, - ти улар.
Мәғариф идаралығы саранан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай.
- Һәр аҙна изге эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Белем биреү учреждениелары етәкселәре лә, хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителә. Бөгөн дүрт балалар баҡсаһынан 30 кеше ҡатнашты. Өмәнең маҡсаты бер - үҙебеҙ йәшәгән ҡаланы тағы ла йәмлерәк, таҙараҡ итеү, - ти мәғариф идарылығының хужалыҡ-файҙаланыу хеҙмәте начальнигы Илгиз Канюков.
17-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Лилиә Сөләймәнова, Надежда Веретен-никова, Валентина Диулина матурлыҡты кеше үҙе тыуҙыра, тип иҫәпләй.
- Бөгөнгө өмәнең маҡсаты тирә-яҡты таҙартып ҡалыу ғына түгел, ә кешелә экологик мәҙәниәт тәрбиәләү. Ҡалабыҙҙы төҙөкләндереп беҙ изге эш эшләйбеҙ. Йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәтһен ине. Сығып эшләмәгән хәлдә лә, булған матурлыҡты, таҙалыҡты һаҡлаһындар ине. Шунда барыһы ла һәйбәт булыр. Беҙ өмәләр яҡлы, сөнки улар таҙалыҡҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләй, - ти улар.
Читайте нас: