Иҫегеҙгә төшөрөп уҙабыҙ, ҡаланың 12 йортонда төшөрөлгән панно республиканың мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡайһы берҙәре яҡшылап күренмәй башлай. Ҡала рәссамдары хакимиәт башлығы Игорь Мироновҡа панноларҙың бөтә матурлығын асыуҙы һорап менән мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, улар ҡырҙан уҡ күренеп торһон өсөн, ағастарҙың аҫҡы ботаҡтары ҡырҡыла, төнгөлөккә улар яҡтыртылып та ҡуйыла. Ленин урамындағы 19-сы һәм 23-сө йортарҙағы мозаикаларҙың авторҙары ағалы-ҡустылы Александр һәм Николай Бурзянцевтар. Панноларҙың икенсе атамалары ла бар – “Үҫмер саҡ”, “Ҙур химия”.
“Колба менән ҡыҙ” образын тыуҙырыуҙа реаль кеше – 12-се мәктәптең химия уҡытыусыһы Лидия Павловна Аникеева портреты ярҙам иткән. Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлағас, 1967 йылда Лидия Павловна мәктәпкә эшкә килә Дәрестәрҙең береһендә 10-сы класс уҡыусыһы Ольга Лифанова яңы уҡытыусыны профилгә һүрәткә төшөрә. Портрет шул тиклем матур килеп сыға, класташы Игорь Колышев уның һүрәтен һорап алып, үҙенең атаһы Таис Колышевҡа күһәтә. Ә Таис Колышев ул ваҡытта ҡаланың баш архитекторы урынбаҫары һәм йорттарҙың стеналарына һүрәт яһау эшен етәкләгән була.
- Улым 10-сы класты тамамлаған ваҡыт. Иҫемдә, Игорь һүрәтте алып ҡайтты. Шул саҡ мин мозаика яһаусылар менән ошо рәсемде ҡулланыу хаҡында кәңәшләштем. Әлбиттә, теп теүәл шул уҡытыусыны һүрәтләнеләр тип әйтеп булмай, шулай ҙа уның һүрәтенән алынды, - тип иҫкә ала Таис Ғөбәй улы.