Иң башта Салауат ҡала-һының территориаль һайлау комисияһы рәйесе Федор Тиунов һайлау кампанияһы барышы, уның һөҙөмтәләре менән таныштырҙы һәм 25 депутаттан торған яңы Советҡа уңышлы эш теләне.
Сессияның көн тәртибен-дәге тәүге пункт ҡала Советы рәйесен һайлау ине. Инициа-тив төркөм кандидатураны күрһәткәндән һуң, депутаттар бер тауыштан Совет башлығы итеп Лариса Давыдованы һайланы. Ул 2007 йылдан ҡаланың и абруйлы белем биреү учреждениеларының береһе – 1-се гимназия директоры һәм дүртенсе саҡырылыш Советы рәйесе вазифаһын да ул үтәгәйне.
- Һеҙҙең миңә ышаныс белдергәнегеҙ өсөн ысын күңелдән ҙур рәхмәт белдерәм, - тип мөрәжәғәт итте ул депутаттарға. – Миңә йөкмә-телгән бурыстарҙы намыҫ менән үтәү өсөн бар тырышлы-ғымды һаласаҡмын. Беҙ һеҙҙең менән берҙәм команда булып, ҡалабыҙ сәскә атһын, һайлаусыларыбыҙ наказдарын үтәү өсөн ныҡышмалылыҡ күрһәтербеҙ, тип ышанам.
Совет ултырышында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та ҡатнашты. Ул Со-веттың яңы составына һөҙөм-тәле эшмәкәрлек теләне.
- 13 сентябрҙә ҡала Советы-на һайлау уҙҙы һәм унда ҡала халҡы үҙенең гражданлыҡ пози-цияһын белдерҙе. Улар үҙенең мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн һеҙгә ышаныс белдерҙе. Алда һеҙҙе ҙур хеҙмәт көтә һәм ҡала хаҡына пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа берҙәм команда булырбыҙ, тип уйлайым, - тине Игорь Геннадьевич.
Депутаттар шулай уҡ даими эшләүсе комиссиялар булдырыу, уларҙың ағзаларын, рәйестәрен һайлау буйынса ҡарарҙар ҡабул итте.