10 октябрҙә ҡала паркында Башҡортостандың дәүләт сувере-нитеты ҡабул ителеүенә 30 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған тантанала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
- Беҙҙең республиканың төп байрамы - Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлайым. 11 октябрь - тарихи дата, был көндө 30 йыл элек яңы Башҡортостан барлыҡҡа килә һәм ул, 100 йыл элек кеүек үк, яңы Рәсәй дәүләтселегенең ышаныслы нигеҙенә әйләнә. Башҡортостан һәр ваҡытта илебеҙҙең терәк төбәге булып тора. Бөгөн республика - берҙәмлек һәм татыулыҡ өлгөһө, Рәсәйҙең иң көслө ун төбәге исемлегендә. Быны беҙгә инвесторҙар килеп, ҙур проекттарын тормошҡа ашырыуы, сәнәғәткә, ауыл хужалығына тиҫтәләгән миллиардлап аҡса һалыуы ла иҫбатлай. Инвестициялар арта икән, беҙҙең мөмкинлектәр ҙә үҫә, - тине Ленара Иванова.
Шулай уҡ ул республикала Салауат ҡалаһының тотҡан әһәмиәтле ролен, уның ҡаҙаныштарын билдәләп киләсәктә халыҡтың тормош сифатын күтәреү өсөн тағы ла тырышырға кәрәклеген әйтте. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры ҡала хеҙмәт коллективтарының иң яҡшы вәкилдәренә төрлө ведомстволарҙың Маҡтау грамоталарын, «Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» юбилей һәм һуғыш ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығының иҫтәлекле миҙалдарын тапшырҙы.
- Республика көнө – ул Башҡортос-тандың күп миләтле халҡының байрамы. Тиҫтә йылдар эсендә республика үҙенең үҫеш юлында ҙур аҙымдар яһаны, мәҙәниәт, фән, иҡтисад һәм сәнәғәт үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индер-ҙе. Салауат ошо алға китеш йүнәлешен-дә әһәмиәтле ролдәрҙең береһен биләп тора, - тине үҙенең ҡотлау һүҙендә ҡала хакмиәте башлығы Игорь Миронов.
Ул ойошма, учреждениеларҙың фиҙаҡәр хеҙмәткәрҙәрен ҡала хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Игорь Миронов игеҙәк балаһы тыуған Евгения Шефуеваға 50 000 мең һумға сертификат та тапшырҙы.
Был көндө салауаттарҙы Республика көнө менән Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡотлап үтте.
- 1919 йылда атай-олатайҙарыбыҙ автономия яулап, Башҡортостан иң беренселәрҙән булып илебеҙ составында тәүге автономиялы респубика булыуға ирешә. Беҙ алдынғы булдыҡ һәм булырға тейешеҙ ҙә! Һуңғы ике йыл эсендә республика актив үҫешә. Салауат – Башҡортостан Републикаһының терәк ҡалаларының береһе. Шуның өсөн салауаттарға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм. Был ҡала минең өсөн сит түгел, мин бында уҡыным һәм уның йылдан-йыл матурыраҡ, уңайлыраҡ була барыуына шаһитмын, - тине Зариф Закир улы.
Уның ҡулынан бер төркөм салауаттар Дәүләт Думаһының Маҡтау грамотаһын алып ҡыуанды.
Бүләкләү тантанаһынан һуң “Еңеү маяғы” мемориаль таштары асылды. Был комплексты булдырыу башланғысы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҡаланың Почетлы гражданы Таис Колышев сыға. Комплекс алты мемориаль таштан тора, унда Бөйөк Ватан һуғышының мөһим ваҡиғаларының гравюралары яһалған. Мемориаль таштар “Ваҡыт капсулаһы” янында урынлаштырылған һәм бығаса унда яҙыуҙар ғына бар ине, хәҙер унда барельеф һүрәттәр ҙә ҡуйылды. Салауаттар улар менән танышып, мемориаль таштарға сәскәләр һалды.
Салауаттағы Республика көнөнә арналған сараға билдәле этно-рок төр-көмө “Арғымаҡ”тың килеүе байрамды тағы ла нығыраҡ йәмләндереп ебәрҙе. Уларға ҡушылып халыҡ бейене, йырланы. “Арғымаҡ” тамашасыларға “Беҙ бергә”, “Бирешмә”, “Шайморатов генерал” йырҙарын, мөнәжәт-ҡобайырҙар бүләк итте. Төркөмдөң етәксеһе Ринат Рама-занов әйтеүенсә, Салауат ҡалаһы уның өсөн бик яҡын.
- Салауат тыуған яҡтарым кеүек. Ошонда белем алдым, шәхес булараҡ формалаштым, ҙур сәхнәгә тәүге аҙымдарымды ла ошонда яһаным. Салауат тамашасыһы беҙҙе һәр саҡ йылы ҡабул итә. Әле лә, ана, дәртле ағай-апайҙар, хатта инәй-бабайҙар, йәштәр ҡайһылай төшөп бейей йырҙарыбыҙға, ҡушылып та йырлайҙар. Республика көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Киләсәктә тамаша залдарында иҫәнлектә-именлектә осрашырға насип итһен, - тине ул.
Байрам бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Паркта кеше бик күп ине, ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бихисап.
Ғәлиә һәм Рәфис Ғәниевтар ҡыҙҙа-ры Сабина менән килгән. Үҙҙәре менән туғандары Альбинаны ла алғандар.
- Иҫ киткес байрам ойошторғандар бөгөн. Төрлө күргәҙмәләр эшләй, хатта баланы теге йәки был секцияға яҙҙырып та була. Балалар бик шат, улар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, тәмлекәстәр менән һыйланды. Бөгөн үҙебеҙҙең Салауат ҡалаһында сыр етештергәндәрен тәүгә белдек. Тәмлелеге иҫ киткес! Бына һатып та алдыҡ уны. “Арғымаҡ” төркөмө ысын байрам кәйефе бүләк итте тамашасыға. Афарин! - ти Ғәниевтар.
Эльвира һәм Фидан Хәйбуллиндар, көн дә матур торғас, баҡсаларына барып, ҡалған ваҡ-төйәк эштәрҙе теүәлләп ҡайтырға булған.
- Баҡсанан ҡайтышлай паркка туҡталмай үтеп китеү мөмкин түгел ине. Дәртле йыр-моңдар әллә ҡайҙан ишетелеп, үҙенә саҡырып торғандай. Бөтә нәмә яҡшы ойошторолған, килгә-небеҙгә бер ҙә үкенмәйбеҙ, - ти улар.
Рәйсә һәм Фәрит Зариповтар ҙа, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, байрамдан ситтә ҡалмаған.
- Беҙгә бөтә нәмә оҡшай. Балалар һүрәттәре, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолған, барыһын да ҡарап сыҡтыҡ. Концерт бик матур. Бындағы мөхит тә шундай йылы, байрамса, - ти Зариповтар.
Шулай уҡ был көндө Өфөнән Ян Лираның, Ольга Филиппованың, Алтынай Вәлитовтың, «WA GWAN FEELING» йәштәр музыкаль-кавер төр-көмөнөң сығыштары салауаттарҙың күңеленә хуш килде. Үҙебеҙҙең ҡа-ланың үҙешмәкәр ижад коллек-тивтарының йыр-бейеүҙәрен дә тамашасылар йылы ҡабул итте.