Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2020, 21:15

Ҡартаймағыҙ әле, өлкәндәр, Һеҙгә әле гөрләп йәшәйһе

Ғүмер буйы эшкә башкөлләй сумған, кеше араһында янып-көйөп йөрөгән өлкәндәрҙең ҡайһы берҙәре хаҡлы ялға сығыу менән яңғыҙлыҡҡа дусар була һәм был бушлыҡты нимә менән тулыландырыу тураһында уйлана башлай. Кемдер ейәндәрен тәрбиәләшергә ярҙам итә, бәғзеләре ҡул эштәренә тотона, ә ҡайһыларылыр изге ғәмәлдәр ҡылыу өсөн ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла.

“Ирекмәнлек” тигән төшөнсәне күптәр йәштәрҙең генә мохтаж кешеләргә бушлай ярҙам күрһәтеүе тип аңлай. Әммә был төптө дөрөҫ түгел. Сөнки ирекмәнлек өсөн йәш сиктәре юҡ - унда теләктәре булғандарҙың барыһы ла, шул иҫәптән хаҡлы ялға сыҡҡандар ҙа ҡатнаша ала. Һуңғы йылдарҙа “Көмөш ирекмәнлек” илдә, республикала бик үҫешә. Хәрәкәткә 55 йәштән өлкәнерәктәр йәлеп ителә. Бында йөрөгәндәр күңеленә яҡын шөғөл, яңы дуҫтар таба. Иң мөһиме, ул ялды файҙалы итә.
Уҙған аҙна ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡаланың “көмөш” ирекмәндәрен бергә туплаясаҡ “Күңелебеҙ менән йәшбеҙ” тигән үҙәкте асыуға арналған ойоштороу конференцияһы үтте.
- Ирекмәндәр ярҙамынан башҡа ҡалала бер ниндәй ҙә сара үтмәй тиерлек. Беҙҙә йәштәр хәрәкәте яҡшы үҫешкән. Улар - студенттар, йәш эшҡыуарҙар, йәштәр. Ә бына “Күңелебеҙ менән йәшбеҙ” тигән үҙәкте булдырыу ҡалалағы ирекмәндәр хәрәкәтен тағы ла көсәйтеп ебәрә. Бындай ойошма элек тә булды, әммә ул рәсми түгел ине. Салауатта көс-дәрттәре ташып торған, ҡалаға кәрәкле һәм файҙалы булырға теләгән пенсионерҙар күп. Шуға күрә был эште тергеҙергә ҡарар иттек, - тип һөйләй проект етәксеһе, йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Евгения Ельцова.
Уның фекеренсә, өлкәндәр - ирекмәндәр хәрәкәтенә иң шәп кандидаттар. Сөнки уларҙың тормош тәжрибәһе бар, йәштәргә лә булыша ала. Евгения Владимировна шулай уҡ республикала Туризм агентлығы тарафынан “Республика буйынса турҙар” проектының булдырылыуын билдәләне. Хәҙер оло йәштәгеләр 1, 2 көнлөк сәйәхәткә бушлай сыға ала. Был - республика матурлығын, хозурлығын күреү өсөн яҡшы мөмкинлек.
Рәсми ирекмән булыр өсөн “Изгелек.ру” сайтында теркәлеп, шәхси номер алыу мотлаҡ. Һәр береһенә ирекмән кенәгәһе бирелә, эшләнгән эш унда даими теркәлеп бара. Үҙ аллы теркәлә алмағандарға “Йәштәш” йәштәр үҙәге белгесе Ильвира Анпилогова ярҙам итергә әҙер.
Үҙәк ҡала хакимиәте контроле аҫтында “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге нигеҙендә эшләйәсәк.
- Беҙ ирекмәндәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтәбеҙ. Был өлкәлә тәжрибә етерлек. “Көмөш” ирекмәндәрҙең эш һөҙөмтәләре лә бар: 65 Бөйөк Ватан һуғышы ветера-нының йәшәү шарттарын тикшерҙе, Таҙалыҡ көндәрендә, һуғыш вете-рандарының һәм тыл хеҙмәтсәндә-ренең ҡәберлектәрен төҙөкләндереүҙә ҡатнашты, йорт алдындағы билә-мәләрҙе йәшелләндерҙе. Киләсәктә булған йүнәлештәр буйынса эшлә-йәсәкбеҙ һәм ирекмәндәр үҙҙәре тәҡдим иткәндәрен дә үҫтерәсәкбеҙ. Үҙәктең эшен “Ышаныс” социаль-психологик һәм “Йәштәш” йәштәр үҙәге белгестәре етәкләйәсәк, - ти “Ышаныс” үҙәге директоры Ирина Назарова.
“Көмөш” ирекмәндәр сафын тулыландырырға теләүселәр “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенә шылтырата ала.
Читайте нас: