газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2020, 22:21

Матур үткәндәре - ғорурлыҡ

Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына Ололар көнө уңайынан төҙөлөш тармағының хеҙмәт ветерандары саҡырылды. Улар өсөн ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны, йыр-моң бүләк ителде, сәй табыны әҙерләнде,шулай итеп, уларға байрам уңайынан хөрмәт күрһәтелде.

Хеҙмәт ветерандарын Ололар көнө менән ҡала хаки-миәте башлығы урынбаҫары Марсель Әбдрәшитов ҡотланы.
- Был байрам һеҙгә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итеп, ихтирамыбыҙҙы бел-дерергә мөмкинлек бирә. Һеҙ тормошоғоҙҙо фиҙаҡәр хеҙмәткә, яҡшы балалар тәрбиәләүгә арнаған һәм яҡты киләсәккә ышанып, уны тормошҡа ашырыу өсөн тырышҡан кешеләр. Мин һеҙгә һаулыҡ, оптимизм, күңел тыныслығы, яҡындарығыҙҙың йылыһын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйем, - тине Марсель Хәсән улы.
Шулай уҡ ҡотлау телмәре менән ҡала ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина сығыш яһаны.
- Һеҙгә ошондай матур ҡала төҙөгәнегеҙ өсөн рәхмәт, хәҙер унда йәшәүсе һәр кем Салауат менән ғорурлана ала. Салауатта 44 мең 700 пенсионер иҫәпләнә, улар араһында төҙөүселәләр ҙә күп. Белегеҙ, һеҙ ихтирамға лайыҡ кешеләр, - тине ул.
Социалистик Хеҙмәт Геройы, ҡаланың Почетлы гражданы Йәүҙәт Мәзитов беҙҙең ҡалаға эшкә комсомол путевкаһы буйынса килгән һәм ул Салауаттың бик күп сәнәғәт объекттарын, йорттарын күтәреүҙә ҡатнаша, ә биш йыллыҡ заманында уның етәкселегендәге бригада юғары күрһәткестәргә ирешә.
- Беҙ һеҙҙең менән «Салауаттөҙөлөш» предприя-тиеһында эшләнек. Әйтергә кәрәк, комбинаттың төрлө объекттарын, ҡалалағы йорттарҙы һалыу өсөн ал-ял белмәй, ең һыҙғанып, тырышып хеҙмәт иттек. Хәҙер инде беҙ оло йәштәге кешеләр, әммә күңелебеҙ йәш әле. Ҡаланың үҫеүен, тулы ҡеүәттә йәшәүен күреп шатланабыҙ, - тине Йәүҙәт Йыһанур улы.
Йәшлек йылдары хәти-рәләре менән УМР-5 ойош-маһының элекке етәксеһе Рәис Хөснөтдинов бүлеште:
- Мин Салауат ҡалаһына эшкә 20 йәштә килдем. Квартал эсендә бер йортто һалып файҙаланыуға тап-шырған ваҡыттар булды. Беҙҙең Салауат төҙөлөш ойошмалары нигеҙендә ысын кадрҙар үҫеп сыҡты, уларҙың күптәре юғарыраҡ вазифаларға ла тәғәйенләнде. Мин әлеге ваҡытта ҡаланан ситтә йәшәйем һәм Салауатҡа ингәндә уның ни тиклем матур икәненә һоҡланам. Бөгөн төҙөлөш тармағы ветерандарын ошолай йыйып, ихтирам белдереүҙәренән рәхмәтлебеҙ.
Читайте нас: