Татарстандың Әлмәт ҡалаһы питомнигынан килте-релгән 10 Алтай тейенен ҡала паркындағы майҙансыҡҡа ебәреүҙе, йәнлектәрҙең үҙенә өй һайлауын күреү өсөн олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Алтай тейене башҡа тейендәрҙән ҙурлығы менән айырылып тора, уның кәүҙәһенең оҙонлоғо - 27, ә ҡойроғоноң оҙонлоғо 20 сантиметрға етә. Бынан тыш, йөндәре лә оҙонораҡ һәм ҡалын, шуға күрә лә улар түбән һауа температураһына сыҙамлыраҡ.
- Беҙҙең паркка Алтай тейендәре алып ҡайтылды. Улар өсөн махсус майҙан-сыҡ булдырылды, унда йән-лектәрҙең йәшәүе һәм яраҡ-лашыуы өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған, ағастар яһалған өйҙәре, ашау урын-дары бар. Тейендәр гел был майҙансыҡта йәшәмәйәсәк, яңы урынға өйрәнеп киткәнсе тотоласаҡ. Улар тоҡом биреү менән паркка ебәреләсәк, ә өйҙәре ағастарға беркетеп ҡуйыласаҡ. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүсе битараф булмаған салауаттарға рәхмәт, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Тейендәрҙе ҡала хужалығы идаралығы, «Флора» ойошмаһы һәм «9-сы йорт идаралығы» идара итеүсе компанияһы хеҙмәткәрҙәре ҡараясаҡ.
- Тейендәргә уларға ярашлы аҙыҡ-түлек бирелә. 10 йәнлеккә аҙнаһына 5-6 килограмм махсус аҙыҡ талап ителә. Көн аралаш аҙыҡтарын өҫтәп, майҙансыҡты таҙартып торасаҡбыҙ, һыу көн һайын алыштырыласаҡ. Шуның өсөн ҡала халҡына үтенес - тейендәрҙе ашатмаһындар, - тип мөрәжәғәт итә салауаттарға ҡала хужалығы идаралығы етәксеһе Булат Садиҡов.
Тейендәр өсөн махсус майҙансыҡты шәхси эшҡыуар, ағас эшкәртеү предприятиеһы һәм «Ағас» магазины етәксеһе Роман Максимов яһаған.
- Тейендәр майҙансығы өсөн беҙ уларҙы үрсетеүселәр кәңәш иткән ҡарағай ағасын ҡулландыҡ, улар Башҡортостандың Бөрйән районынан килтерелде. Ағас материалдарын эшкәртеүҙә тик махсус, кешеләр өсөн дә, тейендәр өсөн дә зарарһыҙ булған майҙар һәм балауыҙҙар ғына файҙаланылған. Бынан тыш, улар ультрафиолет нурҙарынан һәм һыу эләгеп сереүҙән һаҡлай, шулай булғас ағас оялар иң кәмендә 10 йыллап хеҙмәт итәсәк. Әлегә 10 тейен өсөн өйҙәр эшләнгән, ә инде йәнлектәр балалаһа, улар өсөн яңы оялар яһап ҡуясаҡбыҙ, - ти Роман Максимов.
Тейенкәйҙәр өсөн махсус майҙансыҡ уңайлы урында урынлаштырылған, кешеләр ҙә йәнлектәрҙе рәхәт-ләнеп күҙәтә ала, шулай уҡ ул парк һағы кибетенән дә яҡшы күренә. Йәнлектәрҙе аҫрау өсөн уратып алынған майҙансыҡта тейендәргә ҡуйылған ояларҙы «9-сы йорт идаралығы» хеҙмәткәрҙәре эшләгән.
Шуныһы ла ҡыуандыра, киләсәктә тейендәрҙән тыш, парктың быуаһында аҡҡоштар һәм өйрәктәр үрсетеү ҙә планлаштырыла.
- Бындай «тере мөйөш» ҡалабыҙҙың йәштәре менән ололарына ғына түгел, ҡала ҡунаҡтарына ла ыңғай тәьҫораттар, хис-тойғолар бүләк итер, тип ышанам. Был үҙенә күрә үҙәк парктың һәм Салауат ҡалаһының визит карточкаһына әйләнер. Шуны ла билдәләп үтер инем, беҙ бының менән генә туҡталып ҡалырға уйламайбыҙ, артабан паркка өйрәктәр һәм аҡҡоштар йәшәтә башларға уйлайбыҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.