24 депутаттан торған Совет командаһы тарафынан дүрт йыл эсендә ҡала һәм уның халҡы өсөн байтаҡ әһәмиәтле эштәр башҡарылған.
- Салауаттар беҙҙән, депутаттарҙан, һүҙ генә түгел, ә һайлау алды кампанияһы ваҡытында бирелгән вәғәҙәләрҙе үтәүгә йүнәлтелгән ысын эштәрҙе көттө. Дүртенсе саҡырылыш Советы депутаттарының 1460 көнлөк берҙәм эше бик бай һәм һөҙөмтәле. Был ваҡыт эсендә депутаттар корпусы 572 ҡарар ҡабул итте. Ҡарарҙарҙың проекттарын тикшереүгә, уның буйынса фекер алышыуға бик етди ҡараныҡ. Улар өҫтөндә даими биш комиссия эшләне. Беҙ республика хөкүмәте, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, республиканың муниципаль берәмектәр ассоциа-цияһы, ҡала хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Ҡала прокуратураһы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған, тап ошо беҙгә норматив-хоҡуҡи акттарҙың ҡануниәт нормаларына тап килеүен тәьмин итә, - тип һөйләне ҡала Советы рәйесе Лариса Давыдова.
Бөтә йомғаҡлау һүҙҙәренән һуң, ҡала Советы командаһына Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм ҡала Советының Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
- Һеҙҙең менән оҙаҡ эшләргә тура килмәне, шулай ҙа беҙ ҡайһы бер проекттарҙы бергә тормошҡа ашырҙыҡ. Һәр ҡарар, һәр хоҡуҡи акт артында сәғәттәр буйына фекер алышыуҙар, бәхәс булыуын яҡшы аңлайым. Әммә тап шундай ҡараш, тура һүҙлелек, принципиаллелек, ҡаланы мөмкин тиклем яҡшыраҡ итеү теләге мәсьәләне төрлө яҡлап ҡарарға мөмкинлек бирә һәм һеҙ ҡабул иткән ҡарарҙар үҙенең тормошсан, мөһим икәнен иҫбатлай. Беләм, һеҙ һайлаусыларығыҙ, Салауат ҡалаһы халҡы алдында үҙ бурыстарығыҙҙы ғәҙел һәм намыҫ менән үтәнегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте депутаттарға ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов һәм ҡануниәтте камиллаштырыуға индергән өлөшө, урындағы үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙағы ҡаҙаныштары, иҡтисади һәм социаль сәйәсәтте булдырыу һәм тормошҡа ашырыу, бағымсылыҡ эшмәкәрлеге, шулай уҡ ҡала халҡы тормошон яҡшыртыу буйынса күп йылдар хеҙмәттәшлек өсөн ҡала Советы рәйесе Лариса Давыдоваға Рәхмәт хаты тапшырҙы.