Ҡалалағы күп кенә белем биреү учреждениеларында улар төҙөлөп сафҡа индерелгәндән алып ҙур ремонт башҡарылмауы һәм уҡыу, тәрбиә усаҡтарының төҙөкләндереүгә мохтаж икәне барыһына ла мәғлүм. 53-сө балалар баҡсаһында ла хәл итәһе мәсьәләләр бар. Шуларҙың иң көнүҙәге булып бығаса балалар баҡсаһы биләмәһендәге юлдар тора. Асфальттағы соҡорҙар, емерелеп барған бордюрҙар был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөүсе сабыйҙарҙы, уларҙың ата-әсәләрен, унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе бер ҙә ҡыуандырмай. Ниндәйҙер спорт, мәҙәни сараларын тышта үткәреү ҙә хәүеф тыуҙыра. Шулай уҡ ошондай шарттар балалар баҡсаһы янында урынлашҡан йортта йәшәүселәрҙе, ҡасандыр үҙҙәренең дә балалары ошонда йөрөгән кешеләрҙе лә борсомай ҡалмай. Шуға күрә улар «Йәншишмә» терри-ториаль йәмәғәт үҙидаралығы булдырып, республикала 2014 йылдан тормошҡа ашырылып килгән урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡат-нашырға һәм проблеманы хәл итергә ҡарар итә.
Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн етди генә эш башҡарыла. Иң тәүҙә, әлбиттә, йыйылыштар уҙғарыла, ба-лалар тәрбиәселәр менән берлектә флешмобтар ойош-тора, документтар йыйыу процедуралары атҡарыла. Педагогтарҙың, тәрбиәләнеү-селәрҙең, уларҙың ата-әсәләренең һәм урындағы халыҡтың тырышлығы юҡҡа булмай. «Йәншишмә» терри-ториаль йәмәғәт үҙидара-лығының проекты конкурста еңеп сыға һәм 53-сө балалар баҡсаһының икенсе корпусы яңы уҡыу йылын яңы асфальт менән ҡаршы ала.
53-сө балалар баҡсаһы мөдире Илүзә Байгилдина һүҙҙәренсә, проекттың хаҡы 1 млн 300 мең һумға торош тип билдәләнә. Бының төп өлөшө, атап әйткәндә, 1 миллион һумы дәүләттән бирелә, 100 мең һумы ҡала хакимиәтенән бүленә, 100 мең һумы бағымсы һәм 100 мең һумы ата-әсәләр ярҙамы. Бөтә финанс мәсьәләләр хәл ителеү менән, конкурс аша подряд ойошма билдәләнә. Ойошма үҙенә йөкмәтелгән бурысты тиҙ һәм яҡшы кимәлдә атҡарып сыға.
- Ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Тәрбиә-селәргә, ата-әсәләргә, бағым-сыларға хөрмәт тойғоһо ҙур. Хәҙер беҙҙең балалар яңы асфальттан рәхәтләнеп, бер ниндәй ҡурҡыуһыҙ атлап, йүгереп йөрөй ала, - ти 53-сө балалар баҡсаһы мөдире Илүзә Байгилдина.
Балалар баҡсаһына йө-рөгән малай һәм ҡыҙҙар яңы асфальт һалыныуына ысын-лап та шат. Улар үҙҙәренең ҡыуаныстарын һәм рәхмәттә-рен ошо яңы юлда аҡбур менән һүрәттәр төшөрөп белдерә.