Әлеге ваҡытта бында ысын мәғәнә-һендә эш ҡайнай. Капиталь ремонт эштәре август башында башланған һәм ул график буйынса декабрь башында сафҡа инергә тейеш. Подряд ойошманан белдереүҙәренсә, улар ошо ваҡытҡа үҙ бурысын үтәп сығасаҡ.
- Бөгөнгө көнгә ҡыйыҡтағы эштәр 80 процентҡа башҡарылған, фасад 30 процентҡа йылытылған, тәҙрәләрҙең 40 проценты ҡуйылып бөткән. Беренсе ҡатта бүлеп кирбес һалыу 95 процетҡа, икенсе ҡатта 60 процентҡа тамамланған. Подвалда йылылыҡ торбалары алыштырыла, һыу үткәрелгән, электр селтәрҙәрен үткәреү талап ителә. Шулай уҡ эстә штукатурлау эштәре башланды, - тип таныштыра эштәр барышы менән «Синергия» йәмғиәте директоры урынбаҫары Рәмил Әхмәтйәнов.
Рәмил Шамил улы билдәләүенсә, төҙөлөш майҙансығында 30-ҙан ашыу кеше эшләй. Подряд ойошманың материалдар менән тәьмин ителештә проблемалары юҡ.
Балалар баҡсаһы биләмәһен төҙөкләндереү буйынса ла эштәр әүҙем бара. Уйын майҙансыҡтары өсөн нигеҙ һалына, әйткәндәй, уйын май-ҙансыҡтары резина япмалы буласаҡ. Юлдар асфальт һалыуға әҙерләнә, бордюрҙар ҡуйыла башлаған.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов үҙенең беренсе урынбаҫары Марсель Әбдрәшитов, балалар баҡсаһы мөдире Вера Чугунникова һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән ремонт башҡарылыусы объекттың бар биләмәһен ҡарап сыҡты. Подвалға төштө, коммуналь селтәрҙәрҙе алыштырыу ни кимәлдә башҡарылыуына инанды, бинаның эсендә беренсе һәм икенсе ҡаттар буйлап йөрөп, эштәрҙең ни тиклем сифатлы башҡарылыуын тикшерҙе, подряд ойошмалары вәкилдәренән эштә ниндәй материалдар ҡулланыуы менән ҡыҙыҡһынды. Бәләкәстәр өсөн барлыҡ уңайлы һәм заманса шарттар булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала башлығы.
Элекке иҫке бина нигеҙендә капиталь ремонтланған балалар баҡсаһы йәсле йәшендәге балаларҙы ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән.
- Төҙөлөш темптары беҙҙе шатландыра. Беҙ эштәрҙең ниндәй кимәлдә башҡарылыуын күрәбеҙ, подряд ойошма үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Шуға күрә объект ваҡытында тапшырылыр, тип өмөт итәбеҙ, - ти балалар баҡсаһы мөдире Вера Чугунникова.