газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 11:12

Технопарк - яңы һулыш

Шаршамбы көн беҙҙең ҡалаға эшлекле сәфәр менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров килде. Ул элекке Салауат оптика-механика заводы территорияһында технопарк булдырыу өсөн әҙерләнгән майҙансыҡтарҙы ҡарап сыҡты. Уны республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов, сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов оҙатып йөрөнө.

Салауатҡа килгәнгә тиклем Андрей Назаров Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында барлыҡҡа киләсәк “Алға” айырым иҡтисади зона майҙансыҡтарында булған. Беҙҙең ҡалаға ул элекке Салауат оптика-механика заводы биналарын ҡараны. Заманында төрлө моделле биноклдар һәм башҡа оптик приборҙар етештереүсе ҡеүәтле производство булараҡ бөтә илгә һәм унан ситтә танылған предприятие эшенең туҡталыуына хәҙер тиҫтә йылдар үтте. Уның биналары күп кенә йылдар эшһеҙ, ҡулланыуһыҙ торҙо. Хәҙер иһә унда ҙур технопарк булдырыу ниәте бар. Бының өсөн шарттар булдырылған һәм резиденттар был биналарҙа үҙ производстволарын эшләтеп ебәрә ала.
- “Нефтепереработчик” компания-һы элекке оптика-механика заводы территорияһында Салауат ҡалаһының индустриаль паркын булдырҙы. Беҙҙең территорияларҙа 400 квадрат метрҙан алып 4000-5000-гә тиклем биналар бар һәм үҙ производстволарын урынлаш-тырырға теләүселәргә шарттар булдырылған. Электр энергияһы, һыу, йылылыҡ һәм башҡа коммуникациялар менән тәьмин итергә әҙербеҙ, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн кабинеттар ҙа, башҡа төрлө бүлмәләр ҙә әҙерләнгән, - тип һөйләй йәмғиәттең генераль директоры Александр Смирнов.
Әлеге ваҡытта был биналарҙа ике производство үҙ эшен башлаған - береһе медицина бахилаларын етештереү, икенсеһе корпуслы мебель эшләү. Ноябрь айҙарында металл эшкәртеү производствоһы үҙ хеҙмәтен яйлап ебәрергә тейеш. Александр Викторович һүҙҙәре буйынса, был майҙансыҡтарҙа машиналар эшләү производстволарынан алып еңел сәнәғәткә тиклем эш алып барып була, бының өсөн ҡеүәттәр мөмкинлек бирә.
Буласаҡ технопарк территорияһын ҡарап сыҡҡандан һуң, ошонда уҡ Андрей Назаров етәкселегендә эшлекле кәңәшмә үтте. Унда индустриаль паркты үҫтереү, “Салауатгидравлика” пред-приятиеһы буйынса алдан ҡушылған йөкләмәләрҙең үтәлеше тураһында һөйләшеү булды, шулай уҡ Салауатта мәктәп төҙөү, “Төҙөүселәр” стадионын төҙөкләндереү һорауҙары ҡаралды.- Ҡаланың көньяҡ районында белем биреү учреждениеһы төҙөлөшө күптән талап ителгән объект. Шулай уҡ “Төҙөүселәр” стадионының да яңырыуын, ремонтланыуын салауаттар түҙемһеҙлек менән көтә. Өс йылдан һуң Салауат үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк һәм ошо бай-рамға ҡарата социаль әһә-миәтле проекттар тормошҡа ашырылһа ине. Хөкүмәт улар-ҙы ғәмәлгә ашырыуҙы хуплап ярҙам итер тип ышанабыҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Технопаркты үҫтереү һорауы буйынса Андрей Геннадьевич эшсе төркөм булдырырға ҡушты.
- Беҙҙең республика етәкселеге бындағы ҡеүәт-тәрҙе, биналарҙы һәм унда производстволарҙы эшләтеп ебәреү өсөн булдырылған шарттарҙы күрҙе. Андрей Назаров беҙгә Сәнәғәт министрлығы исемлегендә теркәлергә ҡушты һәм был республикаға килеүсе инвесторҙарға, резиденттарға беҙҙең территорияны эш майҙансыҡтары булараҡ тәҡ-дим итергә мөмкинлек бирә-сәк, - тип бүлешә осрашыу һөҙөмтәләре менән “Нефте-переработчик” йәмғиәте етәксеһе Александр Смирнов.
Ысынлап та, был терри-ториялағы ҡеүәтле майҙан-сыҡтар, барлыҡ коммуни-кацияларҙың барлығы, автомобиль һәм тимер юлда-рының яҡын урынлашыуы эре индустриаль парк булдырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра. Шуға күрә элекке оптика-механика заводы террито-рияһы яңынан йәнләнер, унда төрлө йүнәлештәге произ-водстволар тулы ҡеүәттә эшләй башлар тигән ышаныс бар.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министрының бе-ренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Алға” айырым иҡти-сади зонаһын булдырыу бу-йынса эштәрҙең барышын юғары баһаланы һәм билдә-ләнгән маҡсаттарға ирешелер тигән ышаныс белдерҙе:
- Беҙ бөгөн “Алға” айырым иҡтисади зона майҙансыҡтарын ҡараныҡ, барыһы ла планға һәм графикка ярашлы бара. Был бер көнлөк кенә эш түгел, ә төрлө ведомстволарҙың, республика хөкүмәтенең ентекле хеҙмәте. Айырым иҡтисади зона булдырыу өҫтәмә инвесторҙар йәлеп итеүгә мөмкинлек бирә. Хәҙер беҙҙең уларға тәҡдим итерлек шарттар бар һәм әле үк тәүге һөҙөмтәләрҙе күрәбеҙ. Яҡтыртыу прибор-ҙарын етештереү, спорт мате-риалдары һәм кейемен әҙер-ләү, тегеү производстволары үҙ эшен башлап ебәрергә әҙер.
Читайте нас: