газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 11:19

Матурлыҡты һаҡлай белергә

Быйыл ҡалала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә алты автомобиль юлын ремонтлау ҡаралған.

Төньяҡ урамдан Ленин исемендәге майҙанға тиклемге Беренсе май урамындағы эштәрҙе “Дортранстөҙөлөш” подряд ойошмаһы башҡара. Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов июнь айында уҡ эштәрҙе ҡабул итеүҙәге үҙгәрештәр тураһында хәбәр иткәйне - быйыл унда хакимиәт һәм ҡала хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә депутаттар һәм йәмәғәтселәр ҙә ҡатнаша. Уҙған аҙна юлды ҡабул итергә сыҡтылар, әммә алдан әйтелгән етешһеҙлектәрҙең барыһы ла бөтөрөлмәгән. Бер аҙна эсендә подряд ойошмаһына үҙ иҫәбенә уларҙы төҙәтергә ҡушылды.
-Ҡәнәғәт түгелмен. Төп етешһеҙлектәр бөтөрөлгән, әммә ваҡ-төйәге ҡалған. Был эштәрҙең гарантия ваҡыты күп кенә, шуға күрә подрядсы ошо ваҡыт эсендә етешһеҙлектәрҙе үҙ иҫәбенә компенсацияларға бурыслы. Бындай рәүештә юлдарҙы ҡабул итмәйбеҙ, - тине Игорь Миронов.
- Бордюр ташын һалыу буйынса дәғүәләр бар, ҡоҙоҡ-тар ныҡ аҫҡа төшөрөлгән, йә иһә асфальт менән ҡапланған һәм таҙартылмаған. Киләсәктә уларҙы техник хеҙмәтләндергәндә һалынған асфальтты емерергә тура килә-сәк. Етешһеҙлектәр бөтөрөлөр тип ышанам, - ти ҡала Советы депутаты Ольга Урванцева.
Өфө урамының Беренсе май урамынан Вокзал урамына тиклемге өлөшө лә тикшерелде. Бында “Уралбашстрой” йәм-ғиәте эшләгән.
- Әйтелгән етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Депутаттар һәм йәмәғәтселәр менән был участокты ҡараныҡ, уны ҡабул итә алабыҙ, - тип тикшереү һөҙөмтәләре тураһында һөйләне ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Булат Садиҡов.
Шулай уҡ “Күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙы ком-плекслы ремонтлау” програм-маһы буйынса ла эштәр бары-шы тикшерелде. Быйыл беҙҙең ҡалала 29 йорттоң 102 подъезы ремонтлана. Комиссия Матро-сов бульварындағы 16-сы һәм 22-се йорттарҙа булды. Бында ингән урындағы ишектәр алыш-тырылған, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылған, сте-налар буялған, яңы почта йәшниктәре барлыҡҡа килгән.
- Былтыр подрядсылар яуапһыҙыраҡ ине. Мин Калинин һәм Ленин урамдарындағы йорттар подъездарын контролдә тоттом. Эшселәр ҡабат-ҡабат башҡарҙы эштәрҙе. Бында ла ҙур булмаған дәғүәләр бар барлыҡҡа. Теләк булғанда, уларҙы ике-сәғәт эсендә бөтө-рөргә мөмкин. Йорттарҙа йәшәү-селәргә шуны әйтер инем: беҙ эштәрҙе контролдә тотабыҙ, подрядсы үҙ эшен башҡара, ә һеҙ булған матурлыҡты һаҡлай белегеҙ, - ти Ольга Урванцева.
- Подъездар октябрь аҙағына тиклем ремонтланып бөтөргә тейеш. Һәр подъезда етешһеҙлектәр арҡаһында тотҡарланырға тура килһә, уларҙы ваҡытында тапшырып өлгөрмәү ихтималлығы бар. Шуға күрә подрядсы ваҡытында сифатлы итеп эшләһен ине, - ти Игорь Геннадьевич.
Читайте нас: