Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында йыйылған парҙарға иң тәүҙә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
- Бөгөн әһәмиәтле ваҡиға - беҙ юбиляр һәм йәш ғаиләләрҙе тантаналы рәүештә ҡотлайбыҙ. Ғаилә - ул бөтә нимәнең дә нигеҙе, уның асылы беҙгә бала саҡтан һалына. Баланың ниндәй шарттарҙа тәрбиәләнеүе киләсәктә уның ниндәй кеше булып китеүенә йоғонто яһай. Йәштәргә шуны әйтер инем, ғаилә ҡороу, әлбиттә, бәхет, ә бына уны юғалтмау - тик һеҙҙең ҡулда. Йылдар үтеү менән был төшөнсәнең донъяла иң мөһиме икәнен яҡшы аңларһығыҙ. Беҙҙең юбиляр парҙарға ҡарап өлгө алығыҙ. Ғаилә тормоштарының юбилейҙарын билдәләүселәргә ҙур рәхмәт белдерәм, беҙҙең ҡалала үрнәкле парҙарҙың булыуына шатбыҙ. Беләм, һеҙҙең тормошоғоҙ еңел булмаған, әммә бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай, һеҙ бергә ҡалғанһығыҙ. Һәр ҡайһыбыҙ һеҙгә тиңләшергә тейеш, - тине Игорь Геннадьевич.
Ул алтын туйҙарын билдәләүсе 10 һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүсе 2 парҙы ҡотланы. Уларға республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын һәм бүләк йыйылмаһын тапшырҙы.
Тиҫтә йылдар иңде-иңгә терәп йәшәгән парҙар ғаилә бәхеттәренең сере менән ихлас бүлеште. Тоғролоҡ, бер-береңә ихтирам, хәстәр, ғәфү итә белеү һәм, әлбиттә, мөхәббәт - бына ошо төшөнсәләр ғаилә усағын һаҡлап ҡалырға һәм күп йылдар буйына татыулыҡта йәшәргә ярҙам иткән.
Алтын туйҙарын билдәләгән Екатерина һәм Виктор Редькиндарҙың тормош юлынан бергә атлауҙарына 50 йыл. Екатерина Кирилловна әйтеүенсә, күптәр «13» һанын бәхетһеҙ тип иҫәпләй, ә улар 13 ғинуарҙа өйләнешкән һәм бына биш тиҫтә йыл татыулыҡта донъя көтә. Ҡыҙ егетте армияға оҙата, ҡаршы ала. Ата-әсәйҙәре оло булғанға күрә туй үткәрә алмай. Йәштәр ғинуарҙың иң һыуыҡ көндәренең береһендә ЗАГС-ҡа барып никахтарын теркәй ҙә, йәшәй башлайҙар.
- Бер-береңә ышанырға, үпкәләгән хәлдә лә ғәфү итергә, балаларҙы яратырға кәрәк. Шулай уҡ мөхәббәтте лә һүндерергә ярамай, - ти Редькиндар.
Улар ике ул тәрбиәләп үҫтергән, ике ейәндәре һәм бер бүләсәләре бар. Екатерина Киролловна башта «Салауатбыяла», һуңынан комбинатта эшләп хаҡлы ялға сыға. Виктор Сергеевич оҙаҡ йылдар эске эштәр идаралығында хеҙмәт итә. Ул йәштәргә лә ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, йәмәғәт тәртибе һағына барырға кәңәш итә.
Нәзилә һәм Әнүәр Хәкимовтар ғүмер буйына бер өлкәлә - энергия менән тәьмин итеү системаһында эшләй. Йәш саҡтарында уларҙың икеһенең дә ошо тармаҡ һөнәрен үҙләштереү теләге осраштыра. Ҡыҙҙы егеттең ихтирамлы, иғтибарлы булыуы үҙенә йәлеп итә.