Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо гүзәллекте әрәм итеүселәр ҙә табылып тора.
Күптән түгел Чекмарев урамындағы “Бала табыу йорто” туҡталышы вандалдар ҡулынан зыян күрҙе. Быялаһы селпәрәмә килгән. Кемгә ҡамасаулаған һуң ул? Кемдең ҡулы ҡысыған, әллә башҡа эштәре юҡмы уларҙың? Булған матурлыҡты һаҡлай белмәйбеҙ, ә ҡалала бер нәмә лә эшләнелмәй тип оран һалырға күптәр оҫта. Коммуналь хеҙмәткәрҙәр туҡталыштың тирә-яғын быяла ярсыҡтарынан таҙартҡан. Һүҙ юҡ, уны төҙөкләндерерҙәр ҙә. Әммә бының өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә. Ә бит туҡталышҡа ябай түгел, ә вандалға ҡаршы быяла ҡуйылған. Шулай ҙа тирә-йүнгә зыян килтереүселәргә был да кәртә була алмаған.