газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2020, 11:28

Күп функциялы үҙәккә - биш йыл

Бөтә кәрәкле хеҙмәттәрҙе бер урында алыу кеше өсөн уңайлы. Кемдең ойошманан-ойошмаға йүгереп йөрөп, сиратта торғоһо килһен. Шуға күрә республикала граждандарға комплекслы муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәрҙең барлыҡҡа килеүен халыҡ түҙемһеҙлек менән көткәндер.

Фатир һатып алғанда үҙебеҙ ҙә уның хеҙмәттәренән файҙаландыҡ. Күп документтарҙы шунда рәсмиләштерҙек. Республиканың күп функциялы үҙәге булдырылыуға быйыл туғыҙ йыл тулһа, беҙҙең ҡаланыҡына - биш йыл. Ойошманың эшмәкәрлеге менән ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та танышты. Алдан уҡ әйтеп үтергә кәрәк, пандемия ваҡытында ла үҙәк үҙ эшен туҡтатманы. Әлбиттә, ҡәтғи талаптарҙы үтәп. Әле лә улар граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәүге планға ҡуя. Элеккесә, бинаға күмәкләп индермәйҙәр, кеше сиратты тышта көтә. Һәр кемдең битлеге һәм бирсәткәләре булырға тейеш. Ингән урында тән тәмператураһы үлсәнелә, бирсәткә кейелгән ҡулдар дезинфекциялаусы саралар менән эшкәртелә.
Ингән урында ҡаршы алып торған мөләйем белгестәр һәр кемдең үтенесен тыңлап, талон бирә. Артабан клиент операциялар залына уҙа. Унда “хәбәр итеүсе” сираттың ҡасан етәсәген, ниндәй “тәҙрә”гә барырға кәрәклекте әйтеп тора. Бында ике операция залы эшләй.
- Беҙҙең филиал 2015 йылдың ноябрендә асылды. Әлеге көндә халыҡҡа 300 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре күрһәтәбеҙ. Уларҙың исемлеге бик ҙур. Көнөнә 200-300 талон бирәбеҙ. Филиалда 60-тан ашыу хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ бурысы, үҙ эше бар. Хеҙмәтебеҙҙе, тәү сиратта, халыҡ баһалай, - ти филиал еткәсеһе Дмитрий Склокин.
Башлыҡ проблемалар хаҡында һорашырға ла онотманы.
- Беҙҙең бер проблема бар. Ул да булһа - үҙәк алдындағы юл участкаһы. Граждандарҙың уңайлылығы өсөн ошо мәсьәләне хәл итә алһаҡ, яҡшы булыр ине, - тине Дмитрий Николаевич.
- Ысынлап та, был шулай. Үҙем дә күрҙем был юлдарҙы, ҡала халҡы ла ошоға зарланып бик йыш мөрәжәғәт итә. Әле беҙ ремонт эшләү өсөн юридик яҡтан нигеҙҙәр эҙләйбеҙ, - тип вәғәҙәләне башлыҡ.
Виолетта Трамбукина тәүҙә “Йәшлек” балалар-үҫмерҙәр үҙәгендә эшләгән. 2017 йылда үҙәккә күскән.
- Кешеләрҙең проблемаларын хәл итеү, уларға ярҙам итеү өсөн урынлаштым. Йөкләмәләрҙе хатаһыҙ башҡарырға тырышам. Эшем оҡшай, - ти Виолетта.
Бында үҙәк асылған көндән алып эшләүселәр ҙә бар. Операция залы начальнигы Гүзәл Андреева - шундайҙарҙың береһе.
- Ҡалала филиал барлыҡҡа килгәндең тәүге көндәренән алып ошондамын. Эшемде күңел һалып башҡарам. Кешеләргә ярҙам итеүҙән, уларҙың мәсьәләләрен хәл итеүҙән кәйеф күтәрелеп китә. Ҡыйынлыҡтар бар, был һәр ҡайҙа ла шулай. Әммә улар хәл итерлек. Һәр кешегә айырым ҡараш, мөнәсәбәт кәрәк. Клиенттарыбыҙ менән уртаҡ тел табырға тырышабыҙ, - ти Гүзәл Тәвис ҡыҙы.
Читайте нас: