газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2020, 11:14

Юлдар сифатлы ремонтланамы?

Cалауатта күп кенә юлдарҙың төҙөкләндерелеүенә шаһитбыҙ. Улар “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ремонтлана. Кисә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов бер нисә юл участкаһына сығып, эштәрҙең ни тиклем сифатлы алып барылыуын һәм билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы тапшырыласағын тикшерҙе.

Ҡала етәксеһе иң тәүҙә Беренсе май урамындағы юлды ҡараны. Бында инде ремонт эштәре тамамланыу этабында. Хатта юлдарҙың ситенә газон үләндәре ултыртыу эше лә башҡарылған, тик был матурлыҡтың ҡәҙерен белмәй, тапаусылар табылыуы ла асыҡланды. Башлыса төҙөкләндереү сифатлы башҡарылһа ла, подряд ойошмаһының эшенә дәғүәләр бар һәм Игорь Геннадьевич уларҙы билдәләп, яҡын арала бөтөрөүҙәрен һораны.
Төньяҡ урамдағы юл ремонтына килгәндә, бында подряд ойошмаһы эштәрҙе 2020 йылдың өсөнсө кварталы аҙағына тамамларға тейеш. Хакимиәт башлығы эштәрҙе ваҡытында һәм еренә еткереп башҡарыу кәрәклеген иҫкә төшөрҙө. Юлға һәм тротуарға асфальт һалыуҙан тыш, юл ситтәрен рәткә килтереү, сүп-сарҙарҙы йыйыштырыу, ғөмүмән, ҡала халҡына яңы юлдарҙан йөрөү уңайлы һәм шатлыҡлы булһын өсөн барыһын да эшләү мөһим икәнлеген иҫкәртте. Чапаев һәм Ленинград урамдарындағы юлдарҙың ремонтын тикшереп сыҡҡандан һуң да подрядсы ойошмалар етәкселәрен эштәрҙе яуаплы башҡарыуҙарын һораны һәм үҙе билдәләп үткән етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ҡушты.
- Бөгөн мин ҡалала төҙөкләндерелеүсе дүрт юл участкаһын ҡараным. Уларҙың әҙерлек кимәле төрлөсә. Шулай ҙа подрядсы ойошмалар август аҙағына тиклем юлдарҙы сафҡа индерергә вәғәҙәләне. Ҡайһылыр ойошма эштәрҙе унан да алдараҡ тамамларға әҙер. Юл участкалары файҙаланыуға тапшырылғанда эште Технадзор, ҡала хужалығы идаралығы ғына түгел, шәхсән мин үҙем ҡабул итәсәкмен. Депутаттар, йәмәғәтселек вәкилдәре менән берлектә һәр төҙөкләндерелгән юлды ҡарап, тикшереп сыҡҡандан һуң ғына, эштәр өсөн аҡса күсереләсәк. Бөгөн юлдарҙы ҡарап сыҡҡас, шуны әйтер инем, етешһеҙлектәр бар: йәнәшә ҡуйылған бордюрҙарҙың урындары менән тейешле урынлаштырылмауы, юлдарҙың тротуарҙар менән киҫе-лешкән ерҙәрендә ҡытыршылыҡтар, ҡоҙоҡтарҙың юл кимәле менән тигеҙләнмәүе һәм башҡалар. Мин күрһәткән етешһеҙлектәрҙе подряд ойошмалары ишеткәндер һәм яҡын арала уларҙы бөтөрөрҙәр, төҙәтеп ҡуйырҙар, тип уйлайым, - тине Игорь Геннадьевич.
Читайте нас: