газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2020, 11:16

«Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр бар», - тип белдерҙе республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев уҙған аҙна ҡалала эш сәфәре менән булғанда

Ул ҡалала төҙөкләндереү эштәре, подъездарҙа ремонт барышы менән танышты, «Башҡорт ихаталары» программаһының нисек бойомға ашырылыуы һәм сүп-сар реформаһы менән ҡыҙыҡһынды.

Иң тәүҙә төҙөкләндереү эштәре барған Ағиҙел йылғаһы ярына йүнәлделәр. Һөйләшеү бик ҡаты булды. Борис Беляев эштәргә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе:
- Объект 30 октябрҙән дә һуңлама-йынса тапшырылырға тейеш. Әле авгус-тың уртаһына еттек тиерлек. Ямғырлы, һыуыҡ көндәрҙең башланыуына оҙаҡ ҡалманы. Эштәр ваҡытында башҡа-рыласаҡ тигән һүҙегеҙгә ышанмайым. Күреүемсә, бик аҙ кеше эшләй. Был бик күңелһеҙ күренеш. Ниндәй матур пландар бар, иң мөһиме, быны меңәрләгән халыҡ көтә. Ә проектлаусы, заказсы, подрядсы бер-береһе менән уртаҡ тел таба алмай яфалана.
Министр алдағы көндәргә аныҡ бурыстар ҡуйҙы һәм уның үтәлешен шәхси контролдә тотоуын белдерҙе.
«Башҡорт ихаталары» программаһы министрҙы ҡыуандырҙы.
- Подрядсылар ҡуйылған графиктарға ярашлы эшләй. Ихаталарҙа матур кесе архитектура формалары барлыҡҡа килә, яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыла, өҫтәмә автомобиль ҡуйыу урындары булдырыла. Йәшелләндереү ҙә планға ярашлы алып барыла, - тине ул.
Эш сәфәре ваҡытында Борис Беляев подъездарҙы ремонтлауға айырыуса иғтибар бүлде. Күп кенә йорттарҙа булды.
- Ремонт темптары яҡшы ғына, сентябрҙә бөтә эштәр ҙә үҙ ваҡытында һәм сифатлы башҡарылырға тейеш. Подъездарҙың күбеһе яҡшы торошта, - тип билдәләне министр.
Подъездарҙы йыйыштырыу һәм санитар эшкәртеүгә айырым туҡталды. Был эштәрҙең нисек башҡарылыуын министр йорттарҙа йәшәүселәрҙең үҙҙәренән һорашты. Дөйөм алғанда, ыңғай күренеш күрһәтелә. Әммә, дәғүәләр ҙә юҡ түгел. Әйтәйек, Октябрь урамындағы 3-сө йортта йәшәүселәр подъездарҙы айҙан артыҡ йыйыштырмауҙарына зарланды.
Сүп-сар сығарыуға ҡарата ла министр артыҡ дәғүә белдермәне.
- Контейнерҙар тирәһендә төҙөлөш сүп-сары күренмәй. Тимәк, был эш көйгә һалынған, ваҡытында сығарыла. Сүп-сарҙы айырым йыйыуға мөмкин тиклем тиҙерәк күсергә кәрәк, - тип һүҙен йомғаҡланы Борис Беляев.
Читайте нас: