газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2020, 11:21

Башҡортостанды бер отпускала урап сығып буламы?

Йәйге ялды һәр кем онотолмаҫ, иҫтәлекле һәм мажаралы итеп үткәреү хаҡында уйлана. Быйылғы пандемия күптәрҙең пландарын емерҙе, әлбиттә. Сит илдә ял итергә хыялланғандар өсөн юл бөтөнләй ябылды. Ярай үҙебеҙҙең Ҡара диңгеҙ буйы куроттары асылып, күптәр шунда ашҡынды. Уның ҡарауы, Башҡортостанда йәшәүселәр бәхетле, үҙебеҙҙең төбәк буйлап сәйәхәткә сығып та ял итергә, уның тәбиғәт матурлыҡтарынан ләззәт алырға мөмкин.

Ғәҙәттә, кешеләрҙең уртаса отпускаһы бер ай тирәһе. Ошо ваҡытты нисек үткәреү - һәр кемдең үҙ ҡарамағында. Кемдер өйҙә генә ятып ял итеүҙе хуп күрә, кемдер ауыл яғына ҡайта. Әммә интернет селтәрҙәренә күҙ һалыу ҙа етә, йылдан-йыл актив ялды үҙ итеүселәр, төрлө ергә барып сәйәхәт ҡылыусылар һаны арта. Эйе, бының өсөн хәҙер, Аллаға шөкөр, кешеләрҙең мөмкинлектәре лә киң, һәр ғаиләлә тиерлек машина бар, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә. Һәм шуны ла танырға кәрәк, был сәйәхәттәрҙә йәштәр генә түгел, хаҡлы ялдағылар ҙа елдерә. Быйыл пандемия бер аҙ ял сәфәрҙәренә үҙ төҙәтмәләрен индерһә лә, Башҡортостандың иҫтәлекле, билдәле урындарына барыуға кәртә ҡуйылманы.
Мин дә отпускамда төрлө ерҙе байҡау теләге менән яндым. Теләк бер, әммә алдан уҡ әйтеп үтер итем, бер отпускала ғына тыуған төйәгебеҙҙең барлыҡ ерҙәрен барып күреү мөмкин түгел. Шулай ҙа үҙем булған ерҙәрҙән матур тәьҫораттар алып ҡайттым. Әлбиттә, уларҙың күбеһе, йәй булғанға күрә, һыу ятҡылыҡтары, йылға буйҙары менән бәйле булды. Ишембай районының Егән буйы, Торатау итәгендәге Туғарсалған күле, Миәкә районындағы Нарыҫтау, Әүлиәләр шишмәһе, сәхәбәләр тауы, Мәләүез районындағы Нөгөш һыуһаҡлағысы, Варварино быуаһы, Белорет ҡалаһы, Әбйәлилдәге Яҡтыкүл, Ғафури районындағы Красноусол. Нөгөш, Нарыҫтау, Красноусолда быға тиклем дә булған бар ине, ә бына ҡалғандарында тәүгә булдым һәм үҙебеҙҙең ер ҙә халҡыбыҙға матурлыҡҡа төрөнөп ял итеү мөмкинлеге бирә алыуына инандым. Шулай ҙа улар араһында иң тәьҫорландырғаны, яҡты һәм бай иҫтәлектәр бүләк иткәне Яҡтыкүл булғандыр. Тауҙар, урмандар аша тотҡан юл, күлдең ҙурлығы, һыуының таҙалығы, уны уратып алған мөхит тәнгә лә, йәнгә сихәт бирҙе. Уның буйында рәхәтләнеп ял иттек, һыу индек, ҡыҙындыҡ. Юл оҙон, әлбиттә, шуға күрә көнөнә генә барып ҡайтыуҙың ҡыҙығы ла, файҙаһы ла юҡ, иң кәмендә ике көнгә иҫәп тотоп сығыу хәйерлерәк, минеңсә. Төнгөлөккә ҡуртымға өй, бүлмә алып була, палаткала ла йоҡларға мөмкин. Беҙ урынлашҡан ерҙә халыҡ бик күп ине. Төркөм-төркөм йыйылышып килгәндәр ҙә етерлек. Көнөнә генә килеүселәр күл ярына яҡын урынлашып, кисен таралыша. Ә оҙайлы ялға иҫәп тотҡандар палаткаларын төпкәрәк ҡороп ҡуйған. Һәр ҡайһыһының ҡырағай тәбиғәт шарттарында көн итеү өсөн бар нәмәләре бар: палаткалар, йыйылма өҫтәлдәр, ултырғыстар, тултырыла торған матрастар, ашарға бешереү өсөн ҡаҙандар, кәстрүлдәр, һауыт һабаһы һ.б. Кемдәрҙер күңел аса, бәғзеләр тыныс ҡына ял итә, ҡайһы берҙәре күршеләре менән танышып аралаша. Көндөҙ күбеһе һыу буйында уҙғарһа, кисен усаҡтар янында ултыра. Беҙ ҡунған төндә хатта дискотека ла уҙғарылды. Иртәгәһенә кискелеккә ҡайтып етеү өсөн төштән һуң юлға сығырға кәрәк булды. Бөтөнләй ҡайтаһы, ошо сихри тәбиғәт ҡосағынан айырылаһы килмәй ине. Әммә күңелде ҡырған хәлдәрҙе лә билдәләп үтмәй булмай. Ошо кеше күпләп ял иткән урында бәҙрәфтәр ҡуйып сығыу хәстәрләнмәгән, сүп-сарҙарҙы һалыу өсөн контейнерҙарҙы ла таба алманыҡ, хәйер, тоҡсайҙарға һалып ҡуйылған ҡалдыҡтарҙы йыйып сығалар, тинеләр.
Башҡортостан еренең хозур тәбиғәте күптәрҙә һоҡланыу уята. Әле күпме барылмаған урындар бар. Үҙебеҙҙең генә түгел, сит ил туристарын да йәлеп итеү хаҡында күп һөйләнелә. Әммә бының өсөн шарттар булдырыуы һаман да аҡһай, миңә ҡалһа. Әлбиттә, минең сит илдә булғаным юҡ һәм мин ундағы сервис менән сағыштыра алмайым, шулай ҙа ябай ғына уңайлыҡтар булдырыу кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Нисек кенә булмаһын тәбиғәте менән Швейцарияға тиңләштерелгән Башҡортостаныбыҙ киләсәктә туризмы яҡшы кимәлдә үҫешкән төбәккә әйләнер, тигән ышаныс бар.
Ә һеҙҙең, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, йәйге ялдарығыҙ нисек үтә? Сәйәхәттәрегеҙ, уларҙан алған тәьҫораттарығыҙ менән бүлешергә саҡырабыҙ.
Читайте нас: