газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2020, 11:18

Бәпестәргә балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә

Хәҙер заманы шундай – күпселек йәштәр ипотека, кредит ҡоллоғона батҡан. Ә уны түләү өсөн эшләмәйенсә сара юҡ. Шуға ла әсәләр ҙә декрет ялында оҙаҡлап ултырмаҫҡа тырыша. Бәпестәре өсөн балалар баҡсаһында урын булһа инде... Өс бала тәрбиәләгән ғаилә дуҫтарыбыҙ ҙа шундай хәлдә. Иң кесеһенә 5 ай. “Йәслелә урын булһа, эшкә тиҙерәк сығыр инем. Түләүҙәр күп. Тик әлегә урын юҡ”, - ти әсә.

Ҡалала йәслеләр бар барлыҡҡа, әммә уларға мохтажлыҡ кәмемәй. Ошо мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән ҡаланың 36-сы балалар баҡсаһын тергеҙергә ҡарар итәләр. Оҙаҡ йылдар ул ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятие хеҙмәткәрҙәренең балаларын ҡабул итеүсе мәктәпкәсә йәштәге учреждение булып тора. Әммә 2000 йылдарҙа, тыуым кимәле ҡапыл кәмегәс, балалар баҡсаһын ябалар, урынына кафе эшләй башлай. Уныһы ла күп тә үтмәй ябылып ҡуя. Оҙаҡ йылдар был бина ташландыҡ хәлдә була. Ниһайәт, тиҙҙән, йыл аҙағына тиклем уның ишектәре ҡайтанан асылырға тейеш. Бында алты айҙан алып өс йәшкә тиклемге балаларҙы ҡабул итәсәктәр. Эшкә тотонғандар ҙа инде.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та хәлдәр торошо менән танышырға үҙе сыҡты.
- Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларын тергеҙеү - изге ғәмәл. Быны күпселек ата-әсәләр, айырыуса ошо районда йәшәгәндәр, түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки тап йәсле төркөмдәрендә урындар етмәй. Был объекттың асылыуы проблеманы хәл итер, тип ышанам. Подрядсы ойошма күптән түгел генә балалар баҡсаһын төҙөкләндереүгә тотондо. Монтажлау эштәре тулыһынса тамамланған тиерлек, - тине Игорь Геннадьевич.
- Бында заманса балалар баҡсаһы буласаҡ. Төркөмдәр талаптарға ярашлы йыһазландырыласаҡ. Барыбыҙ ҙа түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, - ти балалар баҡсаһы мөдире Вера Чугунникова.
Читайте нас: