газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2020, 10:52

Алмаға хаҡ артҡан, иткә лә

Яҙ көнө һуғандың хаҡын күреп иҫ киткәйне. Ташлама менән уны 40 һумға көс-хәл менән табырға була ине. Ҡайһы бер магазиндарҙа ул 50-55 һумға етте хатта. Ә әле, һуғанға хөрмәт бөткән. Хәҙер ул 25-30 һумға тулып ята. Тағы нимәгә хаҡтар артҡан, нимәгә кәмегән икәнлеген белер, ҡайҙа күпме торғанын белер өсөн “Шатлыҡ” сауҙа үҙәгенә һәм ҡала баҙарына юлландыҡ.

Әлеге ваҡытта иң үтемле тауар ҡарбуздыр, моғайын. Хаҡы ла тешләшә - иң арзанын килограмын 28 һумға табып була. Ҡыяр менән помидорҙың уңыш биргән мәле булһа ла, хаҡтары элеккесә ҡала бирә. Дөрөҫ, ҡыярҙың килоһы 100 һум түгел инде хәҙер, ә тап яртыһы - 50 һум. Помидор ҙа шул сама. Әллә ваҡытында ямғыр булмауы, ҡырау-боҙҙарҙың уңышты әрәм итеүе лә быға йоғонто яһаны инде. Сливаларҙы ла арзанға алырмын тимә, сөнки баҡсаларҙа уның уңышы бик шәптән түгел. Йомортҡаның хаҡы яҙғы Пасха байрамындағына ҡарағанда күпкә түбәнерәк. Алтынға бәрәбәр булып алма ҡалалыр, ахырыһы. Йәй башында уның килограмы 100 һумдан 160-200-гә тиклем күтәрелде. Һүҙ юҡ, әле бер аҙ арзанайған, тик күпкә түгел - 130-180 һум.
“Шатлыҡ” сауҙа үҙәге Ҡала баҙары
Шәкәр 36 һум 43 һум
Он 35 һум 36 һум
Макарон 50 һум 48 һум
Йомортҡа 55 - 58 һум 50-55 һум
Һөт 48-50 һум 38-45 һум
Эремсек (300 гр) 65 һум 65 һум
Аҡ май (180 гр) 110 һум 109 һум
Икмәк 24 һум 24 һум
Ҡарабойҙай 80 һум 85 һум
Тауыҡ боттары 170 һум 186 һум
Тауыҡ ите 190 һум 165 һум
Һыйыр ите (һум ите) 460 һум 460 һум
Ҡарбуз 30 һум 25-30 һум
Ҡауын 50 һум 65 һум
Слива 100 һум 60-80 һум
Һуған 30 һум 25-30 һум
Кәбеҫтә 30 һум 37-30 һум
Борос 45 һум 50 һум
Ҡыяр 55 һум 50 һум
Помидор 45-55 һум 50-55 һум
Кишер 40 һум 28-35 һум
Картуф 30 һум 30-35 һум
Алма 120-140 һум 110-130 һум

Был хаҡтарҙы ла аныҡ тип әйтеп булмай. Баҙарҙың да төрлө мөйөшөндә төрлө хаҡ булыуы мөмкин. Йөрөргә, һайларға, ҡарарға кәрәк. Аҙыҡ-түлекте күпкә арзаныраҡтарын да табырға мөмкин. Гел иғтибар иткәнем бар, супермаркеттарҙа хаҡтар барыбер арзаныраҡ. Тауарҙы ҡайҙан алырға кәрәклекте һәр кем үҙе хәл итә.
Читайте нас: