Салауатта дүрт меңгә яҡын кеше һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. 98 кеше Афганстан һуғышында ҡатнаша, уларҙың барыһы ла орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, ә Виктор Карпов менән Александр Бочкаревҡа үлгәндән һуң Ҡыҙыл йондоҙ ордены бирелә. Ошондай уҡ орденға Виктор Катанов лайыҡ, ул һигеҙ кешене ҡамауҙан сығара. Шәрип Юлтимеров, Петр Вдовин, Иван Шабалин, Владимир Морозов - ҡалала һауа-десант ғәскәрҙәренең иң оло вәкилдәре.
Йола буйынса, 2 август “Мәңгелек ут” мемориаль комплексы янында митинг уҙҙы. Унда Ишембай ҡалаһынан һәм Ергән ауылынан вәкилдәр ҙә ҡатнашты.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов тантаналы митингты асып, десантник-тарҙы юбилей датаһы менән ҡотланы. Һәләк булған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Ҡаланың хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы под-полковник Илдар Ислам-ғолов, ҡала советы депутаты Сергей Данилов, Рәсәй Геройы Владимир Трубанов исемен-дәге “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Ямщиков, “Башҡортостан Республикаһының десант ғәскәрҙәре һәм спецназ ветерандары” берекмәһе рәйесе Андрей Хлескин, ҡала ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина митингта сығыш яһаны.
Десантсылар көнөндә “Һауа-десант ғәскәрҙәренә 90 йыл”, “Разведкала хеҙмәт иткән өсөн”, “Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡала-һының хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар хәрәкәтенә 40 йыл” юбилей наградалары ла тапшырылды. Афған һуғышында ҡатна-шыусы Александр Кузнецов, Александр Никитин, Михаил Овсяник, Владимир Евсеев һәм башҡалар Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнде.
Митингтан һуң иҫтәлеккә фотоға төштөләр.