газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2020, 12:40

Юл хаталарҙы ғәфү итмәй

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та саң ҡаға. Уны иҫерек килеш машина йөрөтөүселәрҙең артыуы хафаға һала. Был хаҡта ул оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

- Бер ай эсендә - 1685, бер аҙнала 177 иҫерек кеше тотолған. Ҡот осҡос һандар. Был ниндәйҙер афәт, башҡаса әйтергә тел әйләнмәй, - тине Радий Хәбиров.
Башлыҡ билдәләүенсә, үҙ аллы изоляция режимы ваҡытында республика халҡы автомобилдәрҙә аҙыраҡ йөрөгән, иҫерек килеш руль артына ултырыусылар ҙа кәмерәк булған. Хәҙер иһә был һан ҡапыл артҡан.
“ЮХХДИ менән бергә йыйылығыҙ һәм сараларҙың комплекслы планын уйлағыҙ. Һәм был һанды кәметегеҙ, юғиһә, аҡылдан яҙырға мөмкин бит. Мин шуны раҫлай алам: республикала кешеләр тынысланды. Хәтерләйһегеҙме, сикләү саралары инде-релгәс, улар ҡурҡыуға төшкәйне. Хәҙер бер нәмәнән дә ҡурҡмайҙармы ни? Таныҡлыҡ-тарынан яҙыуҙан да, штрафтарҙан да. Бының менән шөғөлләнергә кәрәк. Был - бик борсоулы һандар”, - тине Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаевҡа.
Ысынлап та, хафаланмаҫлыҡ та түгел шул. Миҫал артынан йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй. Бер көндө танышым менән телефон аша һөйләшәбеҙ. Бер арала ул бәйләнештән юғалып торҙо. “Нимә булды? Ҡайҙа юғалдың?” тим. "Ана, иҫерек килеш машинала йөрөгән битараф әҙәмде ЮХХДИ инспекторҙары алып китте. Миңә тиклем башҡалар хәбәр итеп өлгөрҙө, ахырыһы. Шылтыратырмын тип тора инем", тип зарланып һөйләп китте ул.
- Кисә генә күрше подъезда йәшәүсе ҡатын машинала көс-хәл менән ҡайтып туҡтаған ирен күтәреп тигәндәй алып кереп киткәйне. Ниндәй яуапһыҙлыҡ икән ул? Эскән килеш көнө буйы тегеләй-былай йөрөнө. Тәүҙә танышы менән машина эсендә ултырҙылар. Һуңынан елдереп сығып киттеләр. Етмәһә, алға балаһын ултыртып алған. Юлдарҙа бер ғәйепһеҙ кешеләр зыян күреүе бар бит. Хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа быға еңел-елпе ҡарай. Өҫтәге күршем дә йыш ҡына “төшөртөп” йөрөй. Штраф күләмен дә арттырып ҡаранылар, буғай. Бер нәмә лә алдыра алмай икән ундай кешеләрҙе, - тип һүҙен тамамланы борсолған танышым.
Беҙҙең ҡалала алты ай эсендә генә лә 573 юл-транспорт хәрәкәте теркәлгән.
- Эйе, фажиғәләр күп. Ошо 573 осраҡтың 534-ендә транспорт саралары зыян күрҙе. Ә 39-ында 48 кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алды, бер кеше һәләк булды. Балиғ булмағандар ҡатнашлығында 5 фажиғә, иҫерек килеш рулгә ултырып бәләгә тарығандар - 2. Юл-транспорт ваҡиғаһының төп төрҙәре: 20-һе - бәрелешеү, 12-һе - йәйәүлене тапатыу. Ваҡиғала, башлыса, водителдәр ғәйепле - 32, йәйәүлеләр - 5. Юл-транпсорт ваҡиғаһы урынына сыҡҡан инспекторҙар башҡа боҙоуҙарҙы ла асыҡлай: автомобиль йөрөтөүгә таныҡлығы, страховкаһы, ОСАГО полисы булмай сыға. Юлда йәйәүле лә, водителдәр ҙә яуаплы. Һәр кем ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһә, моғайын, фажиғәләр ҙә аҙыраҡ булыр ине. Эскән килеш руль артына ултырыусыларҙың ҡылығы башҡа һыймай. Иҫеректәрҙе тотҡанға тиклем улар башҡаларҙың ғүмеренә, һаулығына оло хәүеф менән янай. Уларҙы күрһәгеҙ, белһәгеҙ, хәбәр итмәй ҡалмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, - тип мөрәжәғәт итте Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса ЮХХДИ-ның юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы полиция майоры Светлана Потапенко.
Читайте нас: