газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2020, 12:44

Күрмәгәндең күргеһе килә

Коронавирус инфекцияһының ҡотороуҙан туҡтамауына ҡарамаҫтан, ялдарын диңгеҙ буйында үткәрергә яратыусылар сәйәхәттән баш тартмай.

Июнь башында уҡ бер танышым Ҡырымға барып ҡайтты, кисә генә тағы берәүҙәр Анапаға китте. Шәхсән, мин, был аҙымға барыуҙан ҡурҡыр инем. Сәйәхәт түгел, урамға сығырға ла ҡурҡаһың. Етмәһә, вируслы пневмония менән сирләүселәр һаны күбәйҙе. Табиптар уны ла коронавирусҡа тиңләй. Шулай уҡ мәкерле, йоғошло ауырыу. Әҙ генә түҙеп торорға була ла бит. Әммә ...һәр кемдең үҙ ихтыяжы. Ял итергә яратыусылар өсөн яңылыҡ: 28 июлдән Башҡортостанда Рәсәйҙең көньяҡ курорттарынан ҡайтыусыларҙы аэропортта, авто- һәм тимер юл вокзалында, шулай уҡ автомобилдә сәйәхәт итеүселәр өсөн өйҙә коронавирусҡа тикшерә башланылар. Был ҡарар республиканың коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы оператив штабы ултырышында ҡабул ителде.
Хәҙер барлыҡ курорттарҙа ла ял итеүселәр күп, социаль дистанция һаҡланмай, кешеләр битлек кеймәй – был инфекцияның таралыуына булышлыҡ итә, тип билдәләнде Штаб ултырышында. Шулай уҡ Рәсәйҙең көньяғындағы бер нисә ҡалала һәм районда коронавирус инфекцияһы сығанағы бар. Айырыуса Краснодар крайы (Сочи, Адлер, Анапа һәм башҡа), Ҡырым (Ялта, Алушта, Евпатория) курорттарында ял итеп ҡайтҡандарҙы тикшерәләр. Беренселәрҙән булып тикшереүҙе Сочи ҡалаһынан килгән “Pegas Fly” авиакомпанияһы башҡарған EO-146 рейсының 202 пассажиры үтте. Boeing 737-900 бортында “Роспотребнадзор” белгестәре туристарҙы яңы талаптар менән таныштырҙы һәм тән температураһын үлсәне. Терминал 1 зонаһында коронавирусҡа анализдар алыу буйынса биш медицина бригадаһы эшләне.
Йәй миҙгелендә “Өфө” аэропортынан илдең көньяҡ төбәктәренә аҙнаһына 38 рейс башҡарыла, осоуҙы 11 авиакомпания үтәй. Пландар буйынса, август аҙағына тиклем Ҡара диңгеҙ курорттарына 65 мең самаһы республика кешеһе самолетта барасаҡ.
Оператив Штаб быйыл Башҡортостанда йәшәүселәргә курорттарға барыуҙан тыйылып торорға кәңәш бирә, сөнки коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе һаҡлана, ә курорттарҙа ул юғары.
Читайте нас: