газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2020, 11:03

Ағиҙел яры буйына - яңы һулыш

Май аҙағында Ағиҙел йылғаһы яры территорияһын төҙөкләндереү буйынса эштәр башланғайны. Ул “2018-2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы ҡала округы территорияһында ҡала мөхитен формалаштырыу” муниципаль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Июнь башында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов төҙөкләндерелгән объектты ҡарағанда эш барышы менән ҡәнәғәт булманы.

Бер ай эсендә хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәргәнме? Подрядсы бөтә ресурс-тарҙы йөкләмәләрҙе башҡарыу өсөн йүнәлткәнме? Ошоно асыҡлау өсөн Игорь Миронов Ағиҙел буйына йүнәлде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 5,63 гектар тәшкил иткән яр буйы майҙанын төҙөкләндереү эштәрен башҡарыусы ойошма - Өфө ҡалаһының “Мегатөҙөлөшмонтаж” йәмғиәте. Етешһеҙлектәр асыҡланғандан һуң, ҡуйылған бурыстарҙы иҫәпкә алып, компания вәкилдәре эште көйләп үҙ яйына ебәрә алған. Быға тиклем тикшереү барышында проект докумен-тацияһында етешһеҙлектәр асыҡлана: урындағы рельеф үҙенсәлектәре иҫәпкә алынмауы, ҡойма, объекттың паспорты юҡлығы. Хәҙер документтарҙың булыуы тулы һәм аңлайышлы эш башҡарырға мөмкинлек бирә.
- Был объектта йыш булырға тырышам, сөнки ул беҙҙең ҡала өсөн мөһим, масштаблы проект. Бөгөнгө көнгә материалдар килтерелгән, күберәк кеше һәм техника йәлеп ителгән. Теләк-тәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алып, барлыҡ эштәрҙе аңлайышлы, сифатлы үтәргә генә ҡала. Ошондай темпта барһа, ҡуйылған графикты ҡыуып етербеҙ. Проект быйылғы йылдың октябрендә тамамланырға тейеш, - тип хәбәр итте Игорь Миронов.
Яр буйының төҙөкләндереүен ҡала халҡы түҙемһеҙлек менән көтә. Бында яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнергә, велосипедта елдерергә, йүгерергә, йәйге йылы кистәрҙә йәйәү йөрөргә мөмкин буласаҡ. Балалар майҙансығы, ял зонаһы, футбол, волейбол, баскетбол майҙансыҡтары, гимнастика эшләү, тренажерҙарҙа шөғөлләнеү, амфитеатр, йүгереү, велосипедта йөрөү өсөн махсус япмалы юл һәм спорт инвентарҙарын прокатҡа алыу мөмкинлеге ҡараласаҡ.
Подрядсы ойошма вәкилдәре аҙнаһына ике тапҡыр, шишәмбе һәм йома көндәре, оператив кәңәшмәлә осрашып төҙөкләндереүҙә мөһим һорауҙарҙы тикшерергә тәҡдим итте.
- Тулыһынса хуплайым. Әһәмиәтле проект, ә ваҡыт бик күп ҡалмаған. Һауа торошо яҡшы булыуҙан файҙаланып ҡалыр кәрәк. Йышыраҡ йыйылып килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә кәрәк. Башҡортостанда етеш-терелгән материалдарҙы файҙаланыу мөһим, - тине ҡала хакимиәте башлығы.
- Тротуар бордюрҙарын монтажлау, асфальт һалыу эштәрен тиҙләтергә бөтә көстө һалырбыҙ. Ҡайһы бер майҙансыҡтарҙың нигеҙе әҙер, ағымдағы мәсьәләләр хәл ителә, - тип һөйләй подрядсы ойошма вәкилдәре.
Ҡыҙыҡ факт - проект буйынса яр буйында ағас түшәмәләр ҡулланыу ҡаралған.
- Әлегә конкрет ҡарар ҡабул ител-мәгән. Күп ерҙә ағас-полимерҙы ҡулла-налар, әммә проектлаусылар риза түгел. Уның кире тәжрибәһе бар: ҡойола, төҫө уңа. Ағас оҙаҡҡа етергә тейеш.
- Ағас, әлбиттә, матур, әммә даими тәрбиә талап итәсәк, - тип хупланы Игорь Миронов.
Читайте нас: