газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2020, 11:55

Эске туризм һәм экотуризм мәсьәләләре

Был йәйҙә эске туризм һәм экотуризм мәсьәләләре айырыуса көнүҙәк. Башҡортостан был йүнәлешләрҙе үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйя. Географик яҡтан уңайлы урынлашыуы һәм мөғжизәле тәбиғәте - беҙҙең төп өҫтөнлөктәр.

  • Башҡортостан Рәсәйҙә туристлыҡ-рекреацион кластерҙар булдырыу һәм экотуризмды үҫтереү буйынса федераль конкурста ҡатнаша.
    Бындай кластерҙарҙы булдырыуҙың төп маҡсаты, тәү сиратта, килгән туристар ағымын тәртипкә килтереү, ойоштороу һәм уға идара итеү. Был осраҡта биләмәләр менән грамоталы эш итеп һәм туристик маршруттарҙың берҙәм селтәрен ойоштороп буласаҡ.
    Был - федераль грант һәм Стратегик башланғыстар агентлығының профессиональ ярҙамын алыу өсөн бына тигән мөмкинлек.
    Беҙҙең республиканан конкурста ике проект ҡатнаша:
    - «Мәғрүр Ирәмәл» проектына ингән «Ирәмәл» тәбиғәт паркы һәм «Уралтау» дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәләре;
    - «Башҡортостан йөрәге» тип аталған күргәҙмәне үҙ эсенә алған «Еҙем» төбәк тәғәйенләнешле тәбиғәт паркы, «Башҡортостан» федераль тәғәйенләнешле милли паркы, Торатау тауы, Толпар шыршылары, «Киндерле-Леднев-Октябрьский» мәмерйәләр селтәре, Туғар Салған күле, Асҡын боҙ мәмерйәһе.
    13 июлдә халыҡ тауыш биреүе башланды, унда барығыҙҙы ла ҡатнашырға һәм Башҡортостан проекттары өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ! Тауыш биреү 23 июлгә тиклем дауам итәсәк. Ашығығыҙ, бер көн ваҡыт ҡалды!
    Үҙ тауышыңды биреү өсөн:
    -https://priroda.life сайтында теркәлергә (быны аккаунт, теләһә ҡайһы социаль селтәр йә иһә электрон почта аша эшләргә була);
    - «География» бүлегенә керергә https://priroda кlife/geography;
    - картала беҙҙең төбәкте һайларға - Башҡортостан Республикаһы;
    - кластерҙы һайлап, «йөрәк»кә баҫырға.
    Башҡортостандан ике кластер өсөн дә тауыш бирергә кәрәк.
    Әйҙәгеҙ, федераль комиссияға Башҡортостанға һәм уның киләсәгенә ышаныуыбыҙҙы иҫбатлайыҡ, яҡташтар!
    Читайте нас: