газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2020, 10:05

Салауаттар зыяраттарҙың тәртипкә килтерелеүен күптән көтә

Зыяраттарҙа тәртип урынлаштырыу мәсьәләһе беренсе тапҡыр ғына күтәрелмәй. Быйыл беренсе тапҡыр республикала Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө ойошторолдо. 2019 йылдың декабрендә 2-се, 3-сө зыяраттарҙа ҡәберҙәрҙе инвентаризациялау тамамланды, уның финал өлөшө - "электрон зыярат". Үткәрелгән эш һөҙөмтәләре тураһында "Ритуал" муници-паль бюджет учреждениеһы директоры Надежда Комкова менән әңгәмә.

- Ни өсөн инвентаризация үткәрҙегеҙ? Һеҙ нимә һананығыҙ?
- Беҙ вафат булғандарҙың ҡәберҙәрен һәм ерләү өсөн бүленгән урындарҙың фактик һанын һананыҡ. Зыярат - муниципаль милек, норматив акттар буйынса инвентаризация биш йылға бер тапҡыр үткәрелергә тейеш. Ә салауат зыяратында бер тапҡыр ҙа үткәрелмәгән.
Инвентаризацияның маҡ-саты - ерләнгән урындар тураһында мәғлүмәт йыйыу, уларҙың географик координаталарын билдәләү, ҡәбер ташына яҙылған мәғлүмәтте йыйыу, ташландыҡ ҡәберҙәрҙе асыҡлау. Һәр ҡәберлекте цифрлап, журналға теркәй барҙыҡ. Журналдың торошо, тултырыу-сыларҙың аңлашылмаған почерктары электрон программаны эшләүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы.
- Бындай күләмле эште үҙегеҙгә үткәреүе ҡатмарлы булыр ине. Подрядсылар йәлеп ителдеме?
- Эйе. Һамарҙан шәхси эшҡыуар Чернов, ул электрон аукцион һөҙөмтәһендә билдәләнде. Контракт суммаһы ике зыяратҡа - 1 миллион һум тәшкил итә.
- Эште кем финанслай?
- Ҡала бюджеты. Бының өсөн 2019 йылда 1,5 млн бүленгәйне, әммә сумма аукцион ваҡытында 1 миллион һумға тиклем кәмене. Инвентаризациялау 2019 йылдың майынан декабренә тиклем үткәрелде. Һуңғы этап булып «Электрон зыярат» компьютер программаһын төҙөү тора.
- Был программа ҡәберлектәрҙе эҙләргә еңел булһын өсөн кәрәкме?
- Һөҙөмтәле идара итеү өсөн кәрәк. Теүәл мәғлүмәт йыйылғас, зыяратта күпме ер файҙаланылған, резерв бармы икәнлеге асыҡланасаҡ. Программа эшләнеп бөткәс, дөйөм мәғлүмәтте сайтта һәм мобиль ҡушымтала ҡарарға мөмкин буласаҡ. Әлбиттә, архив эшен туплау өсөн белгән кеше шөғөлләнергә тейеш. Ҡәберлектәрҙе ҡарау, мәрхүмдәрҙе ерләү буйынса регламент төҙөү мөһим. Яңы зыярат төҙөгәндә секторҙарға бүлеү, ҡәберлектәр араһында юл һалыу, санитар-гигиена блогы, сүп-сар өсөн майҙансыҡ, һыу өсөн скважина мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк.
- Программа әҙерме?
- Мәрхүмдәрҙе теркәгәндәге хаталарҙы төҙәтәбеҙ әле. Ҡәберташта фамилияһы ике «л», ә журналда берәү менән яҙылған яҙмаларҙы тәртипкә килтерәбеҙ, ентекле анализ үткәрәбеҙ. Рәсәйҙә цифрлы зыяраттар бар, күп түгел, уларҙың берҙәм стандарттары юҡ. Салауатта беренсе тапҡыр зыяратты инвентаризациялау үтте тип әйтә алабыҙ.
- Инвентаризация һөҙөмтәһендә бронь булған участкалар һаҡланамы?
- Бронь бирелеү тураһында таныҡлыҡ ҡулында булған кешеләргә борсолорға урын юҡ. Үҙ белдеге менән буш участкаға кәртә ҡуйһа, йә булмаһа туған кешеһенә юлланған булһа, бронь һаҡланмай. Әгәр ҙә ундай кешеләр бар икән, ни өсөн был ерҙе һаҡлап ҡалырға теләүҙәре тураһында «Ритуал» муниципаль бюджет учреждениеһына килеп аңлатма бирергә те-йеш. Мәҫәлән, атаһы ерләнгән ҡәберлек ергәһендә әсәһе ер ҡалдырырға һораған. Беҙ уны картала билдәләп, учаткаларҙы тәртиптә тоторға бурыслы кеше тураһында мәғлүмәтте теркәп ҡуябыҙ. Кире осраҡта ундай урындар юҡ ителә. Тотонолмаған ерҙә үлән үҫеп, ҡаралмай торорға тейеш түгел.
- Беренсе зыяратта инвентаризация үткәреләсәкме?
- Ҡала хакимиәте башлығы тарафынан ҡушылған эш, финанслау булған осраҡта киләһе йылда үтәсәк.
Беҙҙең белешмә
Икенсе ҡала зыяратында 1974 йылдың 15 сентябрендә тәүге ҡәберлек барлыҡҡа килә, 2013 йылда зыярат ябыла. Әлеге ваҡытта бронь алған урындарҙа ерләүҙәр башҡарыла. Өсөнсө ҡала зыяраты 2000 йылдан эшләй.
Икенсе ҡала зыяратының дөйөм майҙаны - 32,1 гектар. Теркәү журналы буйынса 28927 вафат булған кешенең 27837-һе (26077 ҡәберлек) идентификацияланған. 46 йыл эсендә 2850 ҡәберлек юҡҡа сыҡҡан. 20585 ҡәберлек ҡараулы, 5492-һе ташландыҡ хәлдә. 0,8 гектар ер ҡулланылмаған.
Өсөнсө ҡала зыяратының дөйөм майҙаны - 41,2 гектар. Вафат булғандар һаны - 28748 (27965 ҡәберлек), 26423 идентификацияланған. Бронь - 1205 участкаға. Тотонолмаған ер майҙаны - 6,1 гектар. Ҡараулы ҡәберлектәр - 22090, 5875 - ҡәнәғәтләнерлек түгел. Бронле һәм буш ерҙәрҙе рациональ ҡулланғанда зыярат тағы ла дүрт йыл эшләй ала.
Читайте нас: