Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2020, 09:59

Кемдәр тырыш, шуларға - уңыш

Ҡалала «Башҡорт ихаталары» программаһы бойомға ашырылыуын дауам итә. Эштәр барышын шәхсән тикшерергә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов сыҡты. Ул Калинин урамының 25-се, 27-се, 37-се, 39-сы, 41-се йорттарын һәм КПСС-тың 21-се съезы урамының 110-сы, 112-се йорттарын ҡараны.

Тәүге адрес буйынса эш ҡайнай: техника ер ҡаҙа, иҫке бордюрҙар аҡтарып алынған, яңылары һалына. Тиҙҙән бында төҙөкләндерелгән ихата ҡалҡып сығыр, тип көтөлә.
- Проект буйынса квартал эсендәге биләмәгә тулыһынса яңы асфальт түшәү, өҫтәмә парковка урындарын булдырыу, диодлы яҡтыртҡыстар менән яҡтыртыу ҡоролмаларын, видео-күҙәтеү камераларын урынлаштырыу, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттарын ултыртыу планлаштырыла. Бында йәшәүселәр башланғысты хупланы, үҙ тәҡдимдәрен әйтә, - тип һөйләй „РефТөҙөлөшПроект“ йәмғиәтенең производство хеҙмәткәре Руслан Эбель.
Эштәр сентябрь аҙағына тамамланырға тейеш.
- Был ихатаны төҙөкләндереүгә май урталарында төштөләр. Унан да иртәрәк башларға тейештәр ине әле эштәрҙе, килеп тыуған эпидемиологик хәл пландарға үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Әлеге ваҡытта ауырыу һәм ҡарт ағастар киҫелде, урындарына йәш үҫентеләр ултыртыласаҡ. Бордюр таштары алыштырылып бөтөп килә, - ти “9-сы йорт идаралығы” йәмғиәтенең баш инженеры Оксана Редькина.
Ҡала хакимиәте башлығының был биләмәгә ҡарата дәғүәләре булманы.
- Эштәр көйлө генә бара. Ихата бик ҙур, матур. Киләсәктә был биләмәнең өлгөлө, матур ихатаға әйләнеренә өмөт ҙур. Дөрөҫөн әйтәм, әлеге этапта бер ниндәй дәғүәләрем дә юҡ. Ҡалғанын ваҡыт үҙе күрһәтер. Эштәр барышы һәр ваҡыт контролдә, - тине Игорь Миронов.
Артабан 21-се съезд урамына юлландылар. Был районда барлыҡҡа киләсәк төҙөкләндерелгән май-ҙансыҡты оло ваҡиғаға тиңләргә булалыр. Сөнки бындағы ихата алдының, тышҡы йөҙөнөң торошо шәптән түгел. Бер ниндәй кесе архитектура формалары юҡ, бетон ҡоймалар ҡот осҡос хәлдә.
- Бында ниндәйҙер эштәр барышы тураһында һөйләргә иртәрәк әле. Ни өсөн тигәндә, подрядсы ойошма менән дүшәмбе генә килешеү төҙөлөп, эшселәр шул көндө генә объектҡа төштө. Бөгөн буласаҡ „Башҡорт ихатаһы“на подрядсы ойошма менән бергә сығырға ҡарар иттем. Эш күләме ғәҙәттәгесә. Тик шуныһы, проект буйынса, бында ағастар ултыртыу ҡаралмаған. Ә беҙ шулай килештек: ҙур бер шыршы ултыртыу кәрәк булыр. Нисек инде бер ағасһыҙ? Килешмәгән кеүек бит. Уның тирә-яғын да матурлап уратырға кәрәк, - тип үҙ фекерен белдерҙе Игорь Геннадьевич.
Читайте нас: